Баҡыйлыҡҡа күскәндәр һәр саҡ доға көтә22.08.2014
– Мәрхүмде иҫкә алырға йыраҡтан туғандар йыйылған ваҡытта баҡыйлыҡҡа күскән яҡын кешенең ҡырҡ көнө менән йыллығын бергә ҡушып үткәрергә яраймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ҡ. ШӘМСЕТДИНОВ.

Ҡырмыҫҡалы районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ үҙ рәх­мә­те менән әҙәм балаһын донъяла иң күркәм зат, Ер йөҙөндә Үҙенә урын­баҫар итеп яратҡан. Тимәк, кеше Раббыбыҙ­ҙың бойороғо ме­нән йәшәһә, тормошто нурландыра, унда Хаҡ Тәғәләнең ҡану­нын урынлаштыра.
Исламда, әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман­дың йәшәү рәүеше теүәл, матур итеп күрһәтелгән. Әйтәйек, сабыйға исем ҡушыу, ғилем алыу, ғаилә ҡороу, балалар үҫте­реү... Шул уҡ ваҡытта, донъя булғас, бер көн килеп, ахирәткә күсеп китергә лә тура килә. Бында ла динебеҙҙең айырым ҡанун-ҡағиҙәһе бар. Тәү сиратта беҙ яҡындары­быҙҙың, ҡәрҙәштәребеҙҙең баҡыйлыҡҡа күсеүен сабырлыҡ менән ҡабул итергә те­йешбеҙ. Ошо ваҡытта “Эй, Раббым, бары­быҙ ҙа Һинеке Һиңә ҡайтыусы” тигән доғаны уҡыу күңелгә тыныслыҡ биреп, түҙемлек өҫтәр.
Аллаһ Тәғәлә мәрхүмдәрҙе онотмаҫҡа, иҫкә алып торорға бойора. “Ҡөрьән Кәрим”­дә был йәһәттән доғалар ифрат күп. Беҙҙә мәрхүмде иҫкә алыуҙың айырым ҡанун-ҡағиҙәләре бар, улар ғөрөф-ғәҙәтебеҙгә ин­гән. Вафат булғанға өс, ете, ҡырҡ көн, йыл үтеүҙе билдәләү шәриғәтебеҙҙең нигеҙен тәшкил итә. Был бүленештә ҙур хикмәт ята, һәр көндөң, мәлдең үҙенә генә хас айырым үҙенсәлеге бар. Йыл юҡҡа ғына, мәҫәлән, аҙнаға, миҙгелгә бүленмәй. Ҡайғы ла күңел төбөнән килеп сығып, яңырып тора. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә беҙгә мәрхүмде иҫкә алыу мәлдәрен бүлеп биргән икән, уларҙы ҡушыу тураһында һүҙ йөрөтөү килешеп етмәй. Баҡыйлыҡҡа күскәндәргә башҡа нисек ярҙам итә алабыҙ һуң? Улар бит хә­ҙер бары хәтергә алыуға мохтаж. “Мәрхүм­дәр доғанан туймай, уны һәр саҡ көтөп тора, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ҡөрьән мәжлестәрен һәр кем көсөнән килгәнсә, мөмкинлегенә ҡарап үткәрә. Имам­ды, уға өҫтәп, бер-ике кешене саҡы­рып уҙғарырға ла мөмкин. Динебеҙ беҙгә көс етмәгәнде йөкмәтмәй. Аятты өйҙә үткә­реү мөмкинлеге юҡ икән, мәсеткә барып уҙғарырға була. Иман йорттарына бала­ларҙы ла алып барырға онотмаһаҡ ине: өйрәнеп, күреп үҫһендәр.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, мәрхүм­дәрҙе онотмайыҡ, һәр саҡ иҫкә алып то­райыҡ. “Иҫәндәрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәр­ҙең ҡәберен бел” тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Ошо һүҙҙәрҙе бер аҙ ғына үҙгәртеп, “үлгәндәрҙең хәтерен бел” тиеү дөрөҫөрәк булыр. “Мәр­хүмдәрҙе яҡшы яҡтан ғына иҫкә алығыҙ, кәмселек-хатаһын онотоғоҙ”, – тип өйрәтә динебеҙ.
Һорау биргән ҡәрҙәшебеҙҙең “туғандар йыйылған мәлдә” тигән һүҙҙәренә килгәндә, шуны әйтер инем: Ислам яҡындар менән һәр саҡ осрашып-күрешеп торорға әйҙәй. Әгәр улар бик йыраҡта йәшәп, тыуған ерҙә уҙғарылған Ҡөрьән мәжлесенә килә алмай икән, үҙҙәрендә үткәрә алалар. Алдан әйт­кә­немсә, аятты өйҙә генә түгел, иман йорттарында ла уҡытырға мөмкин.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ғүмерҙең, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, мәрхүм­дәр­ҙең рухына доға ҡылдырып йәшәргә насип итһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад