Ҡолон12.01.2012
З. Ғәлиуллина һүҙҙәре, В. Фәйзуллин көйө

Болонда бер ҡолон
Әсәһе янында,
Бармы һуң уның да
Хәсрәтле сағы ла?

Ҡушымта: Йүгереп уйнай ул
Нисектер ҡайғыһыҙ.
Әсәһе янында
Ул да бит вайымһыҙ.

Ҡараным да торҙом
Шул ҡолон яғына,
Кемдәр һуң хәсрәтле
Әсәйҙәр янында?

Ҡушымта: Сәскәгә төрөнгән
Йәм-йәшел болондар,
Буйҙарға етһә лә,
Балалар әсәйгә ҡолондар.

Һин дә бит бер ҡолон
Әсәйең янында
Ҡәҙерен белеп ҡал
Яныңда сағында.

Ҡушымта: Йоҡоһоҙ үткәнгә
Әсәйең төндәрен.
Һинең дә бар әле
Үкенер көндәрең...



Вернуться назад