Шәфҡәтлегә – рәхмәттең ҙуры22.08.2014
“Аллаһ Тәғәлә башҡаларға ҡарата мәрхәмәтле булмаған кешеләрҙең гонаһтарын ярлыҡамай”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.


Шәфҡәтлелек әҙәм балаһына фани донъяла ла, ахирәттә лә из­гелектәр генә биреп тора, рәхим­һеҙлек иһә Аллаһтың иғтибарынан сикләй. Ә кеше Раббыбыҙҙың рәхмәтенә һәр ваҡыт мохтаж. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, күптәр быны ауыр­лыҡтар килгәндә генә иҫенә төшөрә.
“Мәрхәмәт-шәфҡәт ике төрлө була, – тип өйрәтә Ислам. – Тәүгеһе тыумыштан килә, Аллаһтың рәхмәте һәм әсә һөтө аша күңелгә һең­дерелә. Бындай сифатҡа эйә әҙәм балаһы һәр ваҡыт кемгәлер яҡшылыҡ күрһәтеп, файҙалы булып йәшәргә тырыша. Киң күңеллелеге өсөн Хаҡ Тәғәлә уның башҡарып өлгөрмәгән ғәмәлдәренә лә әжерен бирә.
Мәрхәмәт-шәфҡәт тәрбиә аша ла һалына. Әҙәм балаһы был һыҙаттың өҫтөнлөгөн белеп, файҙаһын күреп үҫә, яҡшы кешеләр менән аралашып йәшәй, нәфсе ҡотҡоһона ҡаршы торорға өйрәнә. Ғәмәлдәрҙең баш­ҡалар риза булырлығын ғына баш­ҡарырға тырыша. Ошолай Аллаһтың рәхмәтенә лайыҡ була”.


Вернуться назад