Иртәгә Ғафури районының Яугилде ауылында яңы мәсет асылыуға арналған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы була.
Иман йортоноң урыны бынан дүрт йыл элек Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин тарафынан фатиха бирелеп билдәләнгәйне. Мәсет Яугилде халҡының, шулай уҡ ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ Сәлимовтарҙың, Резбаевтарҙың, Солтанморатовтарҙың, Әлмөхәмәтовтарҙың көсө менән ҡалҡып сыҡты. Төҙөлөшкә аҡсалата ла, ҡул көсө менән дә ярҙам иткәндәрҙе һанап бөткөһөҙ. Һуңғы йыл ярым эсендә хеҙмәт хаҡын фәҡәт мәсет һалыуға тотонған Нәғим хәҙрәт Дәүләтбаевты айырып билдәләмәү мөмкин түгел. Ғөмүмән, иман йортон төҙөүгә өлөш индергән һәр кемдең исеме байрамда телгә алынасаҡ.
Күңеле менән һәр саҡ Яугилделә булған барлыҡ ауылдаштарҙы иртәгә сәғәт 12-лә башланасаҡ йыйынға саҡырабыҙ. Байрамға рәхим итегеҙ!
Лилиә МИНИЯЗОВА,
Яугилде ауылы старостаһы.