Илаһым, мин юлға сыҡһам...22.08.2014
Илаһым, мин юлға сыҡһам... Сағый – Хәжәрҙең һыу эҙләгән сағын­дағы кеүек, Мәрүә һәм Сафа тауҙары араһын (оҙонлоғо – 395 метр) ете ҡат урап йүгереү.
Әйтеп үтелгән ҡағиҙәләрҙе Ябраил фәрештәнең дәресе буйынса Ибраһим ғәләйһис-сәләм үҙ халҡына өйрәтеп ҡал­дырған.
Изге ғибәҙәт ике төргә айырыла: хаж һәм ғөмрә хаж. Беҙ уларҙы оло менән кесегә бүлеп йөрөтәбеҙ. Исламдың бишенсе терәге булған тәүгеһендә, фарыз хажда, башҡарылырға тейешле барлыҡ йолалар ҙа үтәлә. Ул Зөлхизә айында була, Ҡорбан байрамы алдынан юлға сығалар. Изге ғибәҙәт өсөн 20 – 25 көн ваҡыт кәрәк.
Кесе хаж – Пәйғәмбәребеҙҙең сөн­нә­те. Унда барһаң, сауап була, йөрө­мә­һәң, гонаһы юҡ. Был хажда Мәккәнән сыҡмайҙар, тәүәф, сағый ғына ҡылалар. Ул ғәмәлдәрҙе көн дә үтәргә, үҙеңә генә түгел, атай-әсәйеңә, туғандарыңа ба­ғыш­лап башҡарырға мөмкин. Кесе хаж­да ун көн булалар (Мәккәлә – ете, Мәҙинәлә өс көн). Ҡайһы айҙа барһаң да ярай.
Ҡәғбә ултырған иман йорто “Харам” мәсете тип атала. Изге урын бул­ған­лыҡтан, уға тейергә ярамай. Мәсетте емерһәләр, ахырызаман була, ти.
Был иман йортоноң ҙурлығы хайран ҡалдыра. Ҡәғбә уртала, асыҡ ерҙә ултыра. Тирәләтеп, өс ҡатлы мөһабәт бина (майҙаны – 357 мең квадрат метр) төҙөлгән. Уның диуарҙары юҡ, урынына рәшәткәләр генә ҡуйылған. Иман йорто 900 мең кешене һыйҙыра, хаж ваҡы­тында иһә улар дүрт миллионға етә.
Сәфәр мәлендә Рәхмәт тауына алып баралар. Уға менеп, Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм һуңғы вәғәзен һөйләгән. Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең яҙмышына бәйле Нур, Тур, Өхөд тауҙарын күр­һәтәләр. Йыраҡтан булһа ла атабыҙ Әҙәм ерләнгән урындағы көмбәҙҙе, Ибраһим ғәләйһис-сәләм ҡорбан салған ерҙәге стеланы ҡарарға була.
Быйыл Башҡортостанда беренсе мәртәбә ғөмрә хаж ойошторолдо. Уны Илшат хәҙрәт Хафизов башлап ебәрҙе. Тәүге сәфәргә мин дә эләктем, әл-хәмдү лил-ләһ.
Илшат хәҙрәт йыл һайын оло хажды ойошторған кеше булараҡ билдәле. Юлда бик ышаныслы иптәш, тыныс холоҡло, вәғәздәрҙе лә матур һөйләй. (Илшат хәҙрәт менән бәйләнешкә инер­гә теләгән кешегә уның кеҫә телефоны номерын “Башҡортостан” гәзите редак­цияһынан алырға мөмкин).
Ғөмрә хажға республиканан 26 кеше барҙыҡ. Төркөмдә күпселекте өлкәндәр тәшкил итте. Иң олоһона 85 йәш ине. Уны тәүәф ҡылырға коляска менән йөрөттөләр – ошондай түләүле хеҙмәт бар.
Ҡартлыҡ сирҙәре баҫҡанлыҡтан, сәфәргә ҡурҡып ҡына сыҡҡайным. Ниәт иткәс, Аллаһ Тәғәлә ярҙамынан айырмай шул: ыңғай ғына йөрөнөк. Гәзит уҡыу­сыларға шуны ла әйтеп үтмәк­се­мен: оло хажда ғәмәлдәрҙе дөрөҫөрәк үтәү өсөн тәүҙә ғөмрәгә барырға кә­рәктер.
“Сәфәргә сығырлыҡ мөмкинлек юҡ” тигән һүҙҙәрҙе күптәрҙән ишеткәнем бар. Ә мин шуны аңланым: Аллаһ Тәғәләгә ысын күңелдән доға ҡылһаң, теләгең ҙур булһа, Раббыбыҙ юлын аса, ярҙам итә.
Әҙәм балаһы хаждан таҙарынып, иманы нығынып, күңел төбөндә ятҡан изге хистәре яңырып ҡайта. Күптәр аҙаҡ дини белемен камиллаштыра башлай, уҡырға инеп, ғилем таратыу юлына баҫа. Аллаһ Тәғәлә хаж ҡылырға теләге булған барлыҡ мосолмандың ниәттәрен тормошҡа ашырһын, изге сәфәр насип итһен, иншаллаһ.


Вернуться назад