Ирәндегем — бишегем, ҙур донъяға ишегем22.08.2014
Ирәндегем — бишегем, ҙур донъяға ишегем Күренекле дәүләт эшмәкәре Зәкәриә Аҡназаров тураһында бер һүҙ
Ағайыбыҙҙың кемлеге тураһында йәнә һүҙ ҡуйыртыуҙы артыҡҡа һанайым. Башҡортостан тарихы хаҡында аҙ ғына хәбәрҙар булған кеше лә Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровты беләлер тигән ышаныстамын. Бөгөн уның тыуыуына – 90 йыл. Беҙҙе иһә Зәкәриә ағай етмеш алтыһы тулыр-тулмаҫтан ҡалдырып китте.


Ер күкрәгендәгеләрҙең рәхмәте

Ирәндегем — бишегем, ҙур донъяға ишегем Йәйге көн йыл менән бер. Оҙайлы сәфәрендә тал­сыҡҡан ҡояш, һүрәнәйә барған нурҙары менән йөҙйәшәр ҡарағайҙарҙың энәләрен буталға мансып, Яман-Йылайыр аръяғына аҡрын ғына түбәнәйә. Урман төнгө тормошона әҙерләнә. Белмәгән кешегә генә ҡараңғылыҡ шаршауы тәбиғәтте тынлыҡ солғанышына алғандай тойола. Тере бәғзе йән эйәһенең дә, әҙәм балаһы кеүек үк, уянған һәм йоҡоға талған мәле була. Кешеләр ҡасандыр ҡалдырып киткән ошо урман утары Ямашта ла сабыйҙар тыуа һәм фани донъялағы юлын ослағандар баҡыйлыҡҡа күсә торған. Һары кесерткән менән һырғанаҡ үрелеп үҫеп, бил тиңе шырлыҡ хасил иткән иҫке зыяратта Зәкәриә Аҡназаровтың әсәһе менән атаһы — Хәбирә Зыязетдин ҡыҙы менән Шәрәфетдин Ғиләж улының ҡәберҙәрен эҙләп табыу мөмкин булмаған эш, заман өйөрмәһенә эләгеп, кескәй генә утарҙар түгел, ҙур ауылдар ҙа ер йөҙөнән юғала. Бер нәмә лә мәңгелек булмай. Ләкин хәтер, кешеләрҙең ғәмәлдәре һәм, ғүмерҙәрен тамам итеп, ер күкрәгендә ҡалғандарға беҙҙең рәхмәтебеҙ һаҡлана.
Ирәндегем — бишегем, ҙур донъяға ишегем Тәңре уға тәғәйен иткән юлды һәр кем үҙе генә үтә һәм маңлайына яҙылған эш-ғәмәлдәрҙе фәҡәт үҙ ҡулы менән атҡара. Эреле-ваҡлы эштәребеҙҙең һәммәһе лә дөйөм халыҡ башҡарғандарҙың йылъяҙмаһына теркәлә барыуы тураһында беҙ һирәк уйланабыҙ. Миңә, ниңәлер, ҡырҡынсы йылдарҙа уҡ әле Зәкәриә Аҡназаров бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәмәғәт, ойоштороу, хужалыҡ хәстәрҙәренә мөкиббән бирелеп, ошо уртаҡ эштәге үҙ урыны тура­һында уйланмағандыр ҙа һымаҡ тойола. Тыйып тотҡоһоҙ дәртле үҫмерҙең ҙур һәм олпат дәүләт эшмәкәре булып етеп, ялға сыҡҡас бер аҙ тыны иркенәйеп, уҙғандар тураһында уйланғансы һәм улар “Время, Люди, Мысли” тип аталған иҫтәлектәр китабы рәүешен алғансы тиҫтәләрсә йыл кәрәк булған икән. Һүҙ ыңғайында: Зәкәриә Шәрәфетдин улының үтенесен үтәй барып, миңә китаптың икенсе баҫмаһы ҡулъяҙмаһына бер аҙ ҡул тейгеҙеү бурысы төшкәйне.
Йәнә лә шуны иҫкәртәйем: ағай яҙмаларында бала сағы, үҫмерлек йылдары тураһында бәйнә-бәйнә теүәл­ләгәнлектән, миңә геройымдың тормошондағы ул осорға ҡабаттан әйләнеп ҡайтыу зарурлығы юҡ. Зәкәриә ағай онотҡан хәл-ғәмәлдәр уның яҡташтары һәм замандаш­тарының иҫтәлектәрендә яңыртыла. Мин иһә уның эш­мәкәрлеген, өҫтән-мөҫтән булһа ла, республиканың ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы тормошо менән тығыҙ бәйләнештә күрһәтергә тырыштым. Комсомол, партия һәм, ниһайәт, партия эше тулыһынса уртаҡ бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән бит.
Һуғыш тураһындағы нәфис фильмдарҙа, йыш ҡына уның башланыуы, ғәжәйеп рәүештә күптәрҙең тор­мо­шондағы ҡыуаныслы мәлдәр менән тап килеүе күрһәтелә. Шулай, Зәкәриә менән уның һабаҡташтарының Темәс педагогия училищеһын тамамлаған һуңғы көндәре 1941 йыл июненең аҙаҡҡы ун көнлөгөнә тура килгән икән. Мөғәл­лимлеккә яңы ғына документ алған педагогтарҙы, әлбиттә, мәктәптәргә бүлгәндәр. Аҡназаровҡа Мырҙый баш­ланғыс мәктәбенә юллама эләгә. Аҙағыраҡ, үҙе хәтерләүенсә, урман кәсебе менән мәшғүл ауыл халҡы колхозда эшләгән бүтәндәр менән сағыштырғанда хәл­лерәк көн күргән. Ағас әҙерләү участкаһы кибетендә заманына күрә бай ғына аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары бар. Шулай булғас, тәүге ҡышҡы каникулда уҡ егеттең атай йортона буш ҡул менән ҡайтып инмәүе ғәжәп түгел.
Ирәндегем — бишегем, ҙур донъяға ишегем “Бүләккә тип алып килгән күлдәкте күргәс, атайым ифрат ҡыуанды. Хатта күҙенә йәш алды. Бүтәндәргә лә өлөш сыҡты инде, — тип яҙҙы ошо тулҡынландырғыс мәл тураһында, күп йылдар үткәс, Зәкәриә Аҡназаров. — Ғаиләлә ҙур байрам хасил булды. Уҡытыусы улың ҡайтып төшһөн әле! Өҫтәүенә хеҙмәтенең емештәре лә нин­дәйерәк! Атай ҡунаҡсыл кеше ине: күршеләрҙе саҡырып, шәкәрләп сәй менән һыйлай-һыйлай, малайы хаҡында ғорурланып һөйләй.
Ошо хәл тураһында хәҙер тыныс ҡына хәтерләй алмайым. Миңә белем бирҙеләр, дәүләт, уҡытыусыларым һәм атайым мөғәллим булырға ярҙам итте. Ул хәреф таны­маған кеше ине, әммә белемдең мөһимлеген, улын уҡытырға кәрәклекте аңланы”.
Китабынан алынған өҙөк менән Зәкәриә Шәрәфетдин улының ике сифатына иғтибарығыҙҙы йүнәлтергә теләйем: ата-әсәһенә сикһеҙ ихтирам һәм гражданлыҡ өлгөргәнлеге. Йылдар үтһә лә, ул сифаттар юйылмаған да, юғалмаған да, бәлки, уның холоҡ-фиғеленең гүзәл үҙенсәлектәре рәүешен алған.
Мөғәллимлек менән Аҡназаровҡа оҙаҡ шөғөлләнергә насип булмай. Һуғыш башланып, йылдан аҙ ғына ваҡыт үтеүгә, егеткә повестка тотторалар. Ул полк мәктәбен тамамлай, отделение командиры булып сыға, бер аҙҙан взвод командиры итеп үрләтәләр. Армияла ла йәмәғәт эштәренән ситләшмәй, партия ағзаһы булып китә. Һуғыш ахырына Зәкәриәне хәрби-сәйәси мәктәпкә ебәрәләр, ләкин ошо мәлдә генә СССР Юғары Советы Президиумы­ның элекке уҡытыусыларҙы армиянан демобилизациялау тураһында фарманы сыға. Мәктәптәрҙә, бигерәк тә ауыл­дағыларҙа, педагогтарға уғата ҡытлыҡ үҙен һиҙҙерә. Аҡназаров был йылдарҙа күп нәмәгә эйә була: беренсе нәүбәттә, урыҫ теле, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, кеше мәртәбә­һен баһалай белеү. Һәм ҙур юғалтыуҙарға ла юлыға: 1943 йылда донъя ауырлыҡтарынан тамам ҡаужыған атаһы баҡый китә. Ул саҡ Шәрәфетдин Ғиләж улына 49 ғына йәш була. Ярты йыл үтеүгә әсәһе лә донъя ҡуя, 16 йәштә ҡустыһы Мөхәммәт ҡалдырып китә. Зәкәриәнең ун өс йәшлек һеңлеһе Ғәбиҙә менән туғыҙ йәшлек ҡустыһы Ҡотдос үкһеҙ етем ҡала. Уларҙы Зәкәриәнең ике туған ағаһы Әғзәм Ниғмәтуллин ҡанаты аҫтына һыйындыра. Ҡыҙ баланы ул ғаиләһенә ала, ҡустыһын балалар йортона урынлаштыра.
Шул рәүешле был һәйбәт кеше Аҡназаровтың яҡын­дарының яҙмышында яҡты эҙ ҡалдыра. Ә Зәкәриәгә әрме хеҙмәте иң мөҡәддәс кешеләре менән бәхилләшергә лә форсат бирмәй.

Ирәндегем — бишегем, ҙур донъяға ишегем Үрҙәрҙе күрә белде

Әүәлге йылдарҙа тәрән уйлы, зирәк аҡыллы етәкселәр, ай-һай, күп булған! Юғиһә ул саҡ партияның Баймаҡ райкомында ялбыр ҡара сәсле, төптән ныҡ кисәге һалдаттың рухи, интеллектуаль мөмкинлектәре тураһында ҡайҙан белә һалһындар? Бәлки, бында осраҡлыҡ ғәләмәте лә булғандыр, бәлки, белемле белгестәргә ҡытлыҡ та үҙе­некен эшләгәндер. Һәр хәлдә, армиянан ҡайтып төшөүе менән үк Зәкәриәне партия райкомына саҡырталар ҙа, комсомол райкомына икенсе секретарь булып барырға тәҡдим итәләр.
Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровтың 1986 йылда пенсияға китеү менән формаль рәүештә тамамланған хеҙмәт вахтаһы ғәмәлдә ошонан башланған. Ә инде ысынында ул вахта Зәкәриә ағай беҙҙең менән бәхилләш­кәнсе дауам итте.
“Йәштәр үҙ алдында үрҙәрҙе күрә, ә ҡарттар — тау­ҙарҙы”, тип тикмәҫкә генә әйтмәйҙәрҙер. Бының менән бәхәсләшеү мөмкин түгел. Минең быуын кешеләренең фекеренсә лә, күптәр өсөн комсомол тәжрибә һәм белем туплау мәктәбе булды. Әлбиттә, был йәштәр ойошмаһы тураһында хәҙер бөтөнләй икенсе хәбәр һөйләйҙәр. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең хәтерендә комсомол, идара итеү­се структура уҡ булып етмәһә лә, бюрократик ойошма рәүешендә ҡалған. Күпселек өсөн иһә ҡаһарманлыҡ һәм романтика, Ватанға мөкиббән хеҙмәт итеү ореолын хәтерләтә. Шуны ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин: дәүләт эшмәкәре булараҡ, Аҡназаров комсомол эшендә — райкомдың икенсе секретарынан ВЛКСМ Өлкә комитетының беренсе секретарына тиклем — формалаша башлаған. Шуғалыр, Зәкәриә Шәрәфетдин улы комсомолдың тарҡалыуын, традицияларының һәм йәш­тәр хәрәкәтенең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһенең юғалы­уын ауыр кисерҙе. Үҫә һәм быуынға ултыра килеүсе быуындарҙы идеологик һәм әхлаҡи бушлыҡта ҡалдырырға ярамағанлығын, хатта хәүефле булыуын ул яҡшы аңлай ине. “Комсомол минең өсөн генә түгел, бәлки, совет кешеләренең күп быуындары өсөн дә, етди тормош мәктәбе булды. Нәҡ унда күптәребеҙ сәйәси сынығыу алды, ижтимағи эшмәкәрлек тәжрибәһен, хужалыҡ итеү таҫыллығын тупланы”, — тип раҫлай килде З.Ш. Аҡназаров.
Илебеҙҙең күп яҡлы тормошон ойоштороу системаһы тураһында ниндәй генә фекерҙәр элегерәк тә, һуңғараҡ та әйтелә килмәһен, дәүләттәге һәр ғәмәл фәҡәт коммунистар фирҡәһенең хуплауы һәм етәкселеге менән бойомға ашырыла ине. Шуға күрә кемделер партия эшенә йүнәлтеү уның һайлап алынғандар кастаһына инеүен аңлатманы, ә киреһенсә, иң юғары яуаплылыҡты йөкмәү билдәһе булды. Хәйер, юғары рангтағы комсомол хеҙмәткәре булараҡ, Зәкәриә Аҡназаров хәҙер шәхес рәүешендә үҙ-үҙенеке түгеллеген аңлай ине. Вазифа баҫҡыстарынан күтәрелә килә кеше ғәҙәтләнгән көнкүреш мөхитенән тормош рәүеше, үҙ-үҙеңде тотоу, бүтәнсә ғәҙәттәр булған донъяға күсә.
Бәс, Аҡназаровҡа 29 йәш һәм республиканың сәйәси етәкселеге әле йәш үк хеҙмәткәрҙе КПСС Өлкә комитетының партия органдары бүлеге мөдире итеп үрләтә. Өлкә комитеттың беренсе секретары Семен Денисович Игнатьев тәүәккәл кеше булған икән. Был бүлеккә бит партия эшенең генә түгел, бүтән тармаҡтарҙың да хәл иткес мәсьәләләре килә торғас, унда тәжрибәле кеше­ләрҙе тәғәйенләргә тейеш булған да баһа.
Егерменсе быуаттың 50-се йылдары. Сталин мәрхүм булғас, административ механизмға ла, иҡтисадҡа ла, иж­тимағи аңға ла ҡыйыш-мыйыш китергә форсат бирмәгән тотҡалар бушағая. Был осор “епшеү”ҙән бигерәк хаким­лыҡ өсөн көрәш һәм юғарыла аңҡы-тиңке килеү ваҡыты булғандыр. Билдәле, Мәскәүҙәге “сөскөрөү” дәүләттең һәр быуынында “тымау” булып дауам итә. Башҡортостан да шул дәүләттә көн күрә бит инде.
Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров республиканың сәйәси “түрбашы”нда йәһәт үк үҙләшеп ала. “Башҡортос­тан ХХ йөҙ йыллыҡта. Тарихи портреттар” тигән китапта тапҡыр әйтелгәнсә, ул илдәге сәйәси конъюнктураны тиҙ һиҙемләй, теге йәки был өлкәлә дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙы шунда уҡ күтәреп ала һәм әүҙем ҡатнашлыҡ итә. Етәкселек эшендә шаҡтай тәжрибә туплап өлгөргән Аҡназаров үҙ бүлегенә булдыҡлы һәм белемле ярҙам­сылар йыя. Уның эш стиле һәм алымдары юғары вазифалы партия функционерҙарыныҡынан шаҡтай айырыла.
Ошо урында бүлектә алты йыл инструктор булып эшләгән билдәле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов­тың хәтерләүҙәренә мөрәжәғәт итәйем. “Мөһим мәсьәлә­ләр­ҙе бында бергәләп хәл итә белделәр. Һәр кәңәшмә эшлеклелек һәм демократик рухта үтә торғайны, — тип яҙа Яныбай Хаммат улы. — Зәкәриә Шәрәфетдин улы һәммәбеҙҙе лә диҡҡәт менән, тыныс, бүлдермәй тыңлай белде. Кемдеңдер хаҡлы түгел икәнлеген күреп торһа ла, ҡыҙманы, йәберләмәне, мәсьәләне коллективтың ҡа­рама­ғына ҡуйыр ине. Ҡайһы саҡ берәй аңлашылмау­сылыҡ килеп сыҡһа, уны мәрәкәгә әйләндерергә ты­рышты”. Артабан, Аҡназаровтың кешелек һәм эш сифаттарына ҡағылып, башҡорт әҙәбиәтенең оҫтаһы былай дауам итә: “...Өлкә комитеттың иң етди бүлектәренең береһен етәкләгәндә лә Зәкәриә Шәрәфетдин улы, ғәжәйеп рәүештә, етәксе өсөн бик мөһим сифаттарҙы — ихласлыҡ менән талапсанлыҡты – бергә ҡуша алды. Заруры булғанда ҡоро, шул уҡ ваҡытта, ғәҙел ине һәм һәр инструкторҙың абруйын баһаланы. Бының өсөн беҙ уны хөрмәт иттек һәм яҡларға һәр саҡ әҙер инек. Уны хатта асыҡтан-асыҡ тәнҡитләй ҙә торғайныҡ. Аҡназаров быға үпкәләмәне, сөнки ошондай тәртипте үҙе булдырғайны — кемдер нимәнелер күрә икән, ошо хаҡта туранан-тура, күҙеңә ҡарап әйт”.
Минең фекеремсә, был партия хеҙмәткәренең Аҡназаровҡа ғына бирелгән тулы һәм һәүетемсә объектив баһаламаһы булғандыр. Вазифа баҫҡыстарынан күтәрелгәндә уның ҡылыҡ-фиғелендә лә, кешеләргә һәм эшкә мөнәсәбәтендә лә насар яҡҡа үҙгәреш күренмәне. Һис ҡасан да.
Мәғлүм булыуынса, илдең хужалыҡ комплексы, милек формаларының хәҙер төрлө булыуына ҡарамаҫтан, Зәкәриә Аҡназаровтың әүҙем дәүләт эшмәкәрлеге йылдарында ғәйәт ҙур территорияла, етештереүҙең ҡатмарлы структураһында, ҡайһы бер райондарҙың тәбиғи-иҡти­сади һәм милли айырмалыҡтары шарттарында эшләне. Федерацияның теләһә ҡайһы субъектындағы кеүек үк, Башҡортостанда ла төрлө продукция етештереүсе тармаҡтар һәм предприятиелар сафҡа инде.

Төп иғтибар –
республика мәсьәләләренә

Уҙған һуғыш илдең иҡтисадын бомбалар һәм дош­мандың йыртҡыслыҡтары менән генә түгел, бәлки, аҡ­саның һәм ҡул көсөнөң етешмәүе менән дә емерҙе. Шулай булһа ла, Башҡортостанда еңеүҙән һуң һигеҙ-ун йыл үтеүгә, нигеҙҙә, хәрби үткәндең эҙемтәләре бөтө­рөлдө. Һуғыш ваҡытында һәм унан алда төҙөлгән предприятиеларҙың ҡеүәте артты, яңы завод һәм фабрикалар хасил булды. Бүтән тармаҡтарҙы уҙа барып, нефть, машиналар эшләү, химия сәнәғәттәре йылдам үҫте, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында сәнәғәт­те үҫтереүҙең локомотивы булырға тейешле төҫлө металлургия барлыҡҡа килде. Ошо йылдарҙа уҡ Өфө синтетик спирт заводы күтәрелде, Күмертау — Төйлөгән, Мейәс — Учалы тимер юлдарынан поездар ҡуҙғалды һәм бүтән объекттар төҙөлдө. Республика картаһында Салауат һәм Сибай ҡалалары пәйҙә булды. Башҡортостан нефть эшкәртеү йәһәтенән илдә беренсе урынға сыҡты. Сәнәғәттең өр-яңы тармағы — нефть химияһы – эшләй башланы. Республикала ифрат әүҙем төҙөлөш йәйел­дерелде. Беренсе бишйыллыҡта ғына 4,2 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырылды, ауыл ерендә иһә 146 мең йорт күтәрелде.
Хөкүмәт рәйесе вазифаһында Аҡназаровтың ошо күп яҡлы эштәрҙең уртаһында булыуын тәҡрарлап тороу кәрәкме икән? Әлеге посҡа тәғәйенләнеүен Зәкәриә Шәрәфетдин улы ябай ғына итеп хәтергә ала.
“Мәскәүҙә йыл ярым ғына булып ҡалдым. Мине өйгә, республикаға, саҡырып алдылар. Был көтөлмәгән хәл булды инде.
Бер мәл, төнгө беренсе яртылар тирәһендә, бүлмәмдә телефон шылтыраны. Өлкә комитеттың беренсе секретары Нуриев шылтырата икән:
– Йоҡлайһыңмы?
– Юҡ, — тим.
– Ошондай тәҡдим бар: һиңә республикаға, Баш­ҡортос­тан Министрҙар Советы Рәйесе посына, ҡайтырға кәрәк.
– Зыя Нуриевич, хужалыҡ эшендә бер ниндәй ҙә тәжрибәм юҡ бит, — тип яуаплайым.
Яуапҡа ишетәм:
– Һин хәҙер бигүк бәхәсләшмә, беҙ инде бөтөн ыңғай һәм тиҫкәре яҡтарын тикшереп бөткәнбеҙ һәм иң һәйбәт кандидатура һинеке тигән һөҙөмтәгә килдек. Мин инде был турала Үҙәк Комитетҡа әйткәнмен, иртәгә иртәнсәк ҮК-ҡа әңгәмәгә бараһың”.
З.Ш Аҡназаровтың тормошонда һәм эшмәкәрле­гендә, шулай, үҙе әйтмешләй, яңы этап башлана.
Республиканың өр-яңы тарихын күҙҙән үткәреүселәр әлеге юғары тәғәйенләүҙе уның Урал аръяғы башҡорттары араһынан сығыуы менән бәйләй. Был – бәхәсле дәлил. Башҡортостанда кадрҙарҙы һайлауҙа этнократик принцип һис ҡасан да уларҙың эш һәм кешелек сифаттарынан өҫтөнлөк алманы. Советтар Союзында дәүләттең иҡтисади һәм социаль сәйәсәте Рәсәйҙең элекке милли сиктәрен үҫеш кимәле буйынса Үҙәккә тиңләштерерлек итеп алып барылды. Һәм был бурыс уңышлы үтәлә килде. Әйткәндәй, уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында һәм 2000 йылдар башында республикала уның төбәктәрен һәм райондарын социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән тигеҙләү программаһы ғәмәлгә ашырылды. Зәкәриә Шәрәфетдин улы, был ваҡытҡа әүҙем эшмәкәрлектән ситләшһә лә, уның үтәлеше менән ҡыҙыҡһынып торҙо.
1960 — 1980 йылдарҙа Башҡортостан ошоғаса күрелмәгән темпта үҫте. Сәнәғәт продукцияһын етештереү айырыуса тос булды. Республикала төп тармаҡ һаналған нефть өлкәһен генә алайыҡ. 1967 йылда “Башнефть” производство берекмәһе, 48 миллион тонна нефть сығарып, үҙ тарихында иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ә бер йыл әүәл берекмә илдең мәртәбәле бүләгенә — Ленин орденына – лайыҡ булғайны. Ошо йылдарҙа электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү, минераль ашламалар, пластик массалар, каустик һәм кальцийланған сода, автосамосвалдар, металл киҫеүсе станоктар һәм бүтән төрлө продукция сығарыу артты. Зәкәриә Аҡназаров етәкселегендәге Хөкүмәт Нефтекамала — автосамосвал, Туймазыла — автобетоновоз һәм фарфор, Октябрьскийҙа — автоприбор, Ишембайҙа нефть промыслаһы ҡорамалдары заводтарын күтәреүҙе баш-күҙһеҙ ҡалдырманы.
Ауыл хужалығында ла ҙур төҙөлөш программаһы ғәмәлгә ашырылды. Илле биш малсылыҡ комплексы, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ районындағы сусҡасылыҡ комплексы кеүек ҙурҙары, Башҡорт һәм Благовар ҡошсолоҡ фабрикалары, элеваторҙар һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтары, ремонт оҫтаханалары һәм бүтән объекттар файҙаланыуға тапшырылды.
Ошо эштәрҙә Аҡназаровтың ойоштороусы булараҡ таланты, күп проблемалар араһында иң мөһимен күрә белеү һәләте һынау тотто. Хөкүмәткә ул рәйеслек иткән йылдарҙа партия власы алда йөрөнө, әммә республика Министрҙар Советы дәүләт идаралығы структураһында һис ҡасан да үҙен икен­се дәрәжәләге звено итеп тойманы. Партияның Башҡортостан Өлкә комитетының элекке беренсе секретары, СССР Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Зыя Нуриев Аҡназаровтың эшмәкәрлеген бына нисек баһаланы:
“Белемле, юғары әҙерлекле кеше булараҡ, ул яңы вазифаһына тиҙ өйрәнде, республика иҡтисадына шун­да уҡ тәрән үтеп инә башланы, финанс-кредит эшен үҙләштерҙе, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән агросәнәғәт комплексын, халыҡ мәғарифын, мәҙәниәтте һәм фәнде үҫтереү менән шөғөлләнде. Бергә эшләүҙең тәүге көндәренән үк беҙҙең арала һәйбәт эшлекле мөнә­сәбәттәр урынлашты. Партия Өлкә комитеты уға даими ярҙам күрһәтте, Министрҙар Советының ролен һәм уның Рәйесенең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итте. Хужалыҡ мәсьәләләрен хәл иткәндә Өлкә комитет Хөкүмәтте алмаштырыуға юл ҡуйманы, әгәр зарурлыҡ килеп тыуһа, ҡарарҙы Министр­ҙар Советы аша үткәрҙе. Республика райондары һәм ҡалаларында беҙ Зәкәриә Шәрәфетдин улы менән килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп, урында уҡ хәл итә торғайныҡ”.
Сама тигән нәмә минән әле килтерелгән өҙөк менән сикләнеүҙе талап итһә лә, Аҡназаров исеменә әйтел­гәндәрҙең ҡоласлылығы һәм уның эшмәкәрлегенә бирелгән баһаның теүәллеге З.Н. Нуриев әйткәндәргә йәнә бер-ике кәлимә өҫтәргә ҡыҫтай. “Беҙ Аҡназаров менән бер-беребеҙҙе яҡшы аңлай инек. Министрҙар Советы Рәйесе менән татыулыҡта, ошаҡ-ғәйбәттәрһеҙ бергәләп эшләү миңә республика тормошоноң төп проб­лемаларына иғтибарҙы тупларға мөмкинлек бирҙе. Беҙҙең ихлас, иптәштәрсә мөнәсәбәт Өлкә партия ойош­маһында, тотош идара итеү системаһында ыңғай йоғонто ҡалдырҙы. Беҙ талапсан, ҡаты ҡуллы инек, ләкин яза биреүҙе һирәк файҙаландыҡ”.

Мең мәртәбә хаҡлы

Күп тармаҡлы иҡтисады булған республика Хөкүмәте башлығының вазифа бурыстарында ниндәйҙер сиктәр табыуы ауырҙыр. Шулай ҙа З.Ш. Аҡназаров янындағы кешеләр уның ауыл тормошона һәм проблемаларына айырыуса иғтибарлы мөнәсәбәтен күрә йөрөгәндер. Был күренеште ниндәйҙер законлылыҡ тип күтәреү, бәлки, дөрөҫ булмаҫ, әммә Башҡортостандың иң юғары етәк­селәренең тотошлайы тиерлегенең ауылдан сығыуын да инҡар итеү мөмкин түгел. Ауыл кешеләре — төплө, һәммә эшкә етди мөнәсәбәттәге халыҡ.
Аҡназаровтың аҡыл тәрәнлеге йәнә лә шунда сағыла: ауылдағы производство мәсьәләләре менән шөғөллән­гәндә лә ул киҫкен проблемаларҙы ғәжәпләнерлек оҫталыҡ менән үҫеп килеүсе быуын тураһындағы хәстәрлеккә бәйләй белде. Ауылға килеү менән Хөкүмәт Рәйесе тәү сиратта мәктәпкә инер ине — уҡытыусылар менән һөйләшергә, уларҙың теләген тыңларға, ярҙам итергә. Хәҙерге етәкселәргә уҡытыусыларға ҡарата ошондай мөнәсәбәт хас булһасы. “Нимә һуң ул мәктәп?” — тип һорау ҡуя ла, Зәкәриә Шәрәфетдин улы үҙе үк яуап бирә: “Ул – беҙҙең алдағы тормошобоҙ, киләсәгебеҙ. Ҡалалағы мөмкинлектәрҙең күбеһен бирә алмаған ауыл ерендә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе уҡытыуҙы һәм тәрбиәләүҙе ойоштороу һәр етәксенең, теләһә ҡайһы власть булғанда ла, төп хәстәрҙәре иҫәбендә булырға тейеш”.
Ябай ғына тойолһа ла, был фекерҙә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә ята, сөнки, нимәгә генә тырышлыҡ һалһаҡ та, тормошто дауам итеү хаҡына эшләйбеҙ. Ә ауыл проблемаларын Аҡназаров айырым бер дәрт, гүйә, крәҫтиәндең муллыҡта һәм мәртәбәле йәшәү тигән мәңгелек хыялын ғүмеренең аҙағынаса күреү өмөтө менән өйрәнә ине.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарының башы ауыл хужалығында етештереүҙең шаҡтай үҫеүе менән бил­дәләнде. Уңыш күтәрелде, игенде тулайым йыйыу артты. Әгәр 1958 йылда иген культураларының уңышы республика буйынса 7,4 центнер булһа ун йыл үтеү­гә ул 19,2 центнерға етте. Ваҡытына күрә тос һан! Малсылыҡ продукттары етеш­тереү ошо йылдарҙа 31-38 процентҡа күтәрелде.
Ауыл хужалығының үҫеүендә унынсы бишйыллыҡты айырып билдәләргә кәрәктер. Ошо осорҙа игенде уртаса тулайым йыйыу унан алдағы бишйыллыҡ кимәленән 39 процентҡа уҙып китте. Был осор малсылыҡта ла тотороҡло үҫеш менән айырылып торҙо. Мәҫәлән, Йоматау һыйыр малдарын үҫтереү һәм һи­мер­теү комплексы коллективы йыл­дың-йылы һәйбәт күрһәткестәргә өлгәш­те. Благовещен районының “Сте­па­новка” совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙ­мәт Геройы Эльвира Александровна Гулина 1980 йылда һәр һыйырҙан 7200 килограмм һауым алды. Башҡортостан иген һәм һөт-ит продукцияһын күпләп етештереүсе төбәккә әүерелде. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү уңайынан Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил һәм бүтән райондарҙа ҙур игенселек предприятиелары ойошторолдо.
Һоҡланғыс Эльвира Александровнаны тиктәҫкә генә телгә алманым. З.Ш Аҡназаров күп кенә хеҙмәт ба­тырҙары менән таныш, хатта дуҫ булыуына ғорурлана торғайны. Малсы-зоотехник Рәмзиә Ғәйфуллина, ҡошсо Евдокия Кириллова, комбайнсы яҡташы Риза Яхин, колхоз рәйестәре Рифхәт Йәнекәев менән Рәйес Асаев, район етәксеһе Ғилман Яҡупов, механизатор Нәҡиә Ғәлина... Намыҫ өлгөһө булған был эшсәндәр Аҡна­заровҡа сабыр холҡо һәм Ер-Әсәгә тоғролоғо менән ҡәҙерле ине.
Ауыл мәшәҡәттәре, әлбиттә, мөһим, әммә республика иҡтисадының умыртҡа һөйәген барыбер сәнәғәт тәшкил итә. Уның үҫеүенә этәргес көс, һис һүҙһеҙ, һуғыш йылдарында булды. XX быуаттың 50 – 70-се йылдарында сәнәғәт һәм төҙөлөш тармағы йылдам күтәрелде. Мәҫә­лән, һигеҙенсе бишйыллыҡта етештереү күләме – 47 про­центҡа, туғыҙынсыла — 50, унынсы биш йыллыҡта 35 про­центҡа артты. Төрлө тармаҡ предприятиеларын үҫтереү, яңы сәнәғәт объекттары төҙөү, халыҡтың тармаҡ һәм көнкүреш-мәҙәни шарттарын яҡшыртыу республика Министрҙар Советының һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Зәкәриә Шәрәфетдин улы тиҙләп үҫеүсе сәнәғәт үҙәк­тәрендә социаль инфраструктураны формалаштырыуға бәйле мәсьәләләр менән күберәк шөғөлләнде. Ул завод һәм фабрика директорҙары менән һәр саҡ бәйләнештә, цехтарҙа халыҡ менән йыш осраша. Рәйестең әү­ҙемлеген күреп, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре лә илке-һалҡы­лыҡҡа юл ҡуймай.
З.Ш Аҡназаров М.Х Абдулов, Ю.Я. Бобылев, Р.З. Ғәйфуллина, М.А. Зайцев, М.М. Куковицкий, М.С. Муллағәлләмов, Е.В. Столяров, М.А. Ферин, Т.З. Хурамшин, Е.Г. Щебланова, Ғ.Й. Йәнтилин һәм башҡа күптәр менән бергә эшләүен ихлас йылылыҡ менән хәтерләр булды. Әле телгә алған кешеләр — урман, төҙөлөш, нефть, нефть эшкәртеү, машиналар эшләү һәм бүтән тармаҡтар, төрлө дәүләт структуралары етәкселәре. Республика һәм ил өсөн шул тиклем дә күп эшләгән ошо кешеләрҙе һис оноторға ярамай тип раҫлаған Зәкәриә Шәрәфетдин улы мең мәртәбә хаҡлы.

Ваҡыт ағышы мәңгелек

Республиканың тын алышы етәкселектең Үҙәк власть, федераль Хөкүмәт, министрҙар, шулай уҡ илдең башҡа төбәк башлыҡтары менән мөнәсәбәттәр урынлаштыра белеүенә лә бәйле. Хәтирәләрендә һәм күп осрашыу­ҙарҙа З.Ш. Аҡназаров СССР-ҙың финанс министры В.Ф. Гарбузов, авиация сәнәғәте министры П.В. Дементьев, энергетика министры П.С. Непорожний, газ сәнәғәте министры А.К. Кортунов, нефть сәнәғәте министры В.Д. Шашин һәм башҡалар менән ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килгәнлеген әйтә ине.
Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесенә дәүләттең юғары етәкселәре А.Н. Косыгин, В.И. Воротников, Д.Ф. Устинов, А.П. Кириленко, М.А. Суслов, М.С. Соломенцевты республикала ҡабул итеүҙә ҡатнашыу насип була. Ҡунаҡтарҙың килеүенең төп мәғәнәһе – республика тормошоноң төрлө яҡтары менән танышыуҙан тыш, Башҡортостандағы властарҙың ҡайсаҡ “теше үтмәҫтәй” ғәйәт мөһим иҡти­сади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә. СССР Министрҙар Советы Рәйесе Алексей Косыгиндың 1973 йылдың ғинуарында килеүе республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Эште белеү, талапсанлыҡ һәм принципиаллек, шул уҡ ваҡытта ифрат тыйнаҡлыҡ — ошо сифаттар Алексей Нико­лаевичты бүтән етәкселәрҙән айырып тора ине.
Әйткәндәй, А.Н. Косыгиндың республикабыҙға килеүе­нең һөҙөмтәһе — Өфөләге “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы. Ошо хаҡта һүҙ булған һәм ай үтеүгә Баш­ҡортостандың баш ҡалаһында әлеге объектты төҙөү тура­һында СССР Министрҙар Советы ҡарары ла раҫланған.
З.Ш. Аҡназаровтың яҙмышы көнләшерлек. Төпкөл башҡорт утарынан сығып, урыҫ телен педагогия учили­щеһында, партия уҡыу йортонда, комсомол һәм партия эшендә үҙләштереп, Зәкәриә Шәрәфетдин улы иҡтисади белемде, коллегаларының тәжрибәһен бик тырышып өйрәнгән.
Хеҙмәттәштәре һәм бюролағы иптәштәре менән ара­лашыуҙа, сәфәрҙәрҙә күренекле эш һәм кешелек сифаттарына эйә етәксе хасил була. Был яҙмаларҙа мин З.Ш. Аҡназаровтың ғаиләһе, зауығы, мауығыуҙары тура­һында аңлы рәүештә бер һүҙ ҙә әйтмәйем. Юғары вазифала сирек быуат самаһы эшләү һәр кемдең дә хол­ҡона, тәртибенә йоғонто яһар ине. Ләкин ҡан менән би­релгән аҡыл һәм тәрбиәлелекте йылдар ғына үҙгәртә алмай икән. Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа игелеклелек, кешене яҡын күреү сәнғәтенә өйрәнеү зарурлығы кәрәк булманы. Ошо сифаттар уға тыумыштан бирелгән һәм һуңғы тын тартышына тиклем Зәкәриә ағай Шәхес булып ҡалды.
...Ваҡыт ағышы тураһында һүҙ алып барғанда беҙ уның мәңгелек булыуын һәм аҙымдарының ғәмәл­дәре­беҙҙә сағылып ҡалыуын онотоп ебәрәбеҙ. Һәр кеше был донъяға генына һалынған изгелек менән килә. Тәбиғәт-Әсә емереүсене йә яуызды бар итә алмай. Был ғүмерҙе ни рәүешле үтеүе кешенең үҙенә генә бәйле. Бүтән юл да, әмәл дә юҡ.




Вернуться назад