Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана22.08.2014
Кейәү мунсаһы

Кәләш мунсаға тәүҙә әхирәт ҡыҙҙары менән барып йыуына. Өлкән еңгә никахта бирелгән шәрбәт һыуын мейес ташына теләк әйтеп һала. Миндек бешерелә.
Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙы иң элек ата-әсәһе иҫән булған ҡыҙ сабындыра. Унан әхирәттәр бергәләп сабына. Ҡыҙҙар сыҡҡас, кәләше янына кейәү килә. Йәштәр мунсанан ҡайтҡанда, болдор төбөндә улар­ҙы еңгәләре туҡтата. Кейәү ҡатламаны һындырып ала ла, бер ҡабып, ҡалған һыныҡты яурыны аша ырғыта.
Тышта торған ауыл егеттәренән уны кем беренсе булып тота — шул тәүҙә өйләнә. Өйгә ингәс, еңгәләр кейәүҙең өҫ кейемдәрен һала. Тик бүркенә теймәй­ҙәр. Уға кәләшенең генә хоҡуғы бар.
Ҡыҙ мунсанан һуң кейәү бүләк иткән кейемдәрҙе кейә. Егет уны биҙәүестәр менән дә һөйөндөрә. Кейәү алып килгән сымылдырыҡ йәштәрҙең карауатына һалына.

Килен алырға барыу

Бында ҡоҙағый бүләкте күп итеп алып килә. Сәй эсәләр, ҡотлашалар. “Килен күренеше” тип, ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҡоҙағый бүләк һала. Шунан килен ҡул биреп күрешеп сыға.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән яңынан ҡор йыйыла, бүләкләшеү үткәрелә.

Шәл ташлау

Килендең битен асыу ошонда үтә. “Шәл ташлау” тип атала ул. Аҙаҡ, ике мөйөшөнә аҡса төйнәп, еңгәләре ҡыҙға шәл яба.
Кейәүҙең бүләктәрен, күлдәктәрен батмусҡа һалып индерәләр. Уларҙы аҡса һалып алалар. Ҡоҙаларға ла бүләк һалына. Был күренеш “күшәгә баш” тип атала. Йыртыш таратыла, ҡуй салына. Был эште башҡарғандарға ла кейәү бүләк бирә.

Ҡыҙ оҙатыу


Ҡыҙҙы күсерер алдынан йә урамға, йә аҙбарға йәшерәләр. Егет эҙләп тапҡас, оҙаталар. Ата-әсә йортонан сыҡҡан саҡта арҡан тоталар. Юлына арҡыры таҫма йә туҡыма ҡуйып торалар. Кейәү уның ике яғындағы кешеләргә лә хаҡ түләй. Шунан ғына ҡыҙҙы ебәрәләр. Арҡан тотоуҙы бер нисә урында ҡабатлайҙар. Был йола ҡапҡа янында, урамда, ауылды сыҡҡас үтәлә. Кейәү һәр береһенә хаҡ түләп сыға.

Ығырмау таратыу

Кейәү яғына төшкәс, килен кешенең әсәһе ығырмау тарата, йә иһә уны кейәү башҡара. Суҡлы, биҙәкле бау ул. Балалар шуларҙы тотоп, урам буйлап йүгерә, уйнап-көлөп йөрөй. Үҙенсә туйҙы ҡотлау кеүек була. Ҡыҙ яғында ла ығырмау таратыла.
Кейәүҙең бүркен алалар ҙа ҡыҙыҡ өсөн уның хаҡын (туй тәңкәһен) һорайҙар. Түләнгәс, бүрек хужаһына ҡайта.
Кейәү яғынан йыртыш таратыла.

Кейәү бейеүе

Ҡыҙҙы атай йортонан алып сығып китер алдынан кейәү егет бейергә тейеш. Бының өсөн матур итеп сигелгән мендәр әҙерләп ҡуйыла, уны ҡыҙҙың иң яҡын туған әбейе тотоп тора. Ошо мендәрҙе алыу өсөн кейәү бейергә тейеш. Бейемәһә, аҡса түләй.
Сығыш шәп булһа, кейәү ныҡ баҫ­һа, матур тыпырҙаһа, тор­моштары матур була, тигәндәр.

Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА
алып бара.


Вернуться назад