Һаҡһыҙлыҡмы, әллә ғәмһеҙлекме?22.08.2014
(Әүхәҙи Дәүләтбирҙин, “Башҡортлоҡто юғалтмайыҡ”, 2014 йыл, 20 май)
“Башҡортостан” гәзитендә баҫылған ошо мәҡәләне уҡып: “И-их, шулай еңел генә хәл итерлек мәсьәлә булһа икән дә ул”, – тип көрһөнөп ҡуйырға тура килә, сөнки «бал, бал» тип күпме генә ҡабатлаһаң да, ауыҙға тәме йоҡмаҫын белә тороп, тап шул һүҙҙе һамаҡларға саҡырыу кеүек яңғырай был тәҡдим.


Ысынлап та, ҡайһы бер халыҡтарҙың, мәҫәлән, грузин, әрмән һәм башҡаларҙың фамилияларында милләтен айырып күрһәткән ялғауҙар бар. Тик, урыҫ дәүләте барлыҡҡа килеп, уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алғанға тиклем әрмәндәрҙең, грузиндарҙың үҙ дәүләтселеге булып, бөйөк милләттәр иҫәбендә йөрөгәнен онотмайыҡ. Шул саҡтарҙа уҡ уларҙың яҙма телле булғанын да иҫтән сығармайыҡ. Иң мөһиме – бөйөк Рәсәй барлыҡҡа килгәнсе үк яҙма тарихын булдырғандар. Шуға күрә ситтәр тарафынан башҡаларға көсләп тағылған “Давлетбердин сын Авхади” кеүек исем-шәрифтән азат халыҡ улар.
Минең менән Галавединов тигән бер кеше эшләгәйне. Үҙе башҡорт булһа ла, фамилияһы урыҫсараҡ яңғырай. Сәбәбенә төшөнә алмайынса һораша торғас, олатай­ҙарының береһе Ғәләүетдин исемле булғанлығын асыҡланым. Ниндәй яғымлы, ҡолаҡҡа моң булып ятҡан исем! Шуға оҡшаш бик күп матур фамилиялар кемдеңдер һаҡһыҙлығы, ғәмһеҙлеге, бәлки, наҙанлығы арҡаһында тупаҫ боҙолоуға дусар була. Тағы ла миҫал өсөн Йәнғәлин, Һиҙиәтов, Хоҙайғолов фамилияларын алып ҡарайыҡ. Уларҙы ярып, уртаһына “баш” йә “ҡорт” ижектәрен ҡыҫтырыуҙан кемдеңдер башҡортлоғо артыр тип көтөүҙең мәғәнәһеҙлек икәнен аңлау кәрәк барыбыҙға ла.
Йәнбашевты урыҫлаштырып, һуңғы ижегенә баҫым ҡуйып – Янбашов, Хоҙайғоловты Худойбашкулов итеп теркәүсе табылмаҫ тип кем ышандыра ала? Төйәләҫте Худолазға әйләндергән кеүек була инде. Торомтаевтар иһә Торомбашевтарға әүереләсәк. Тамыры таш һүҙенән башланған фамилиялар Ташбашевтар булыр тип көтәйекме инде? Тәҡдим ителгән һүҙлекте төҙөп, бындай мәғәнәһеҙлектәргә миҫалды бик күп килтереп булыр ине.
Милләттәштәребеҙҙең фамилияһы ата-олатаһы исеменә ов, ев, ин ялғауҙарын ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән. Саф баш­ҡорт исемдәренең мәғәнәһендә халыҡтың социаль хәлен, өмөтөн, булмышын, яугирлеген, тормошон, киләсәген сағылдырған бик күп сифат һалынған. Ислам дине менән бергә ғәрәп, фарсы исемдәре лә килгән. Дөрөҫ тәржемәһен белһәң, улар ҙа үҙ эсендә фәһемле күп мәғәнә йөрөтә.
Минеңсә, башҡорттоң милли аңын, рухын үҫтереп кенә милли асылын һаҡлап ҡалырға мөмкин. Һуңғы 20 – 25 йылда был турала һөйләмәгән урын, яҙмаған баҫма ла ҡалмағандыр инде. Һөҙөмтәһе генә Крылов мәҫәлендәге “А воз и поныне там” тигән кеүек. Көн дә тиерлек телевидениела, радиола Башҡортостан урынына Башкирия тип тылҡып торһалар, милли асылды һаҡлау тураһында һүҙ йөрөтөүе ауыр, әлбиттә.
Ә бит үҙебеҙҙең дикторҙар, халыҡ алдында сығыш яһаған вазифалы кешеләр ҙә шулай һөйләй! Башкирия исемле дәүләт тә, географик атама ла юҡ донъяла. Баш­ҡортостан тигән милли дәүләт берәмегенең урыҫ телен­дәге тәржемәһе, белеүемсә, республиканың Консти­ту­ция­һын­­да ла ҡаралмаған. Шулай булғас, ул бер нисек тә Башкирия тип атала алмай. Яңыраҡ телевизорҙан бер тапшырыу ҡарап, көнләшеп ултырҙым. Яҙма үҙәк телевидение өсөн Татарстандан әҙерләнгәйне. Уны алып барған урыҫ мил­ләтле журналист Германиянан килгән ҡунаҡ менән һөй­ләшә. Татарстандың Алабуға ҡалаһы тураһында ине һүҙ. Һөйләшеү барышында Мәскәү журналисы, тырышып-тырмашып, күп тапҡыр “Алабуға” тип ҡабатланы. Әммә бер тапҡыр ҙа, хатта яңылыш ҡына ла ҡаланы Елабуга тип атаманы. Немец та был өлгөгә эйәрҙе. Бына ҡайҙа ул сит милләткә ҡарата ихтирам, хөрмәт, уның теленә күрһәтел­гән иғтибар!
Шул уҡ көндө кискеһен Башҡортостан юлдаш теле­видениеһында «Телеүҙәк» тапшырыуы булды. Министрлыҡта эшләгән кеше “Башкирия”, “в Башкирии” тип һүҙ һайын тиерлек ҡабатлай...
Арабыҙҙа суртан булып ҡарарға теләгән селбәрәләр етерлек. Шул арҡала йөк ҡуҙғалмай. Киреһенсә, тәгәр­мәстең көндән-көн ергә һеңә барыуының шаһиты булырға мәжбүрбеҙ.



Вернуться назад