Бәхет серен белә әрметтәр22.08.2014
Бәхет серен белә әрметтәр
– О, Земфира, 29 йыл уҙҙы бит! – тип ҡосаҡлап алды еңгәм сығарылыш кисәһенән бирле күрмәгән әхирәтен. Һөйләшеп туя алмаған был ике ҡатындың көнө буйы күҙҙәренән һағыш ҡатыш шатлыҡ нуры китмәне лә шикелле. Күңелдәрҙә яҡты хис булып уйылырҙай ваҡиғаларға, осрашыуҙарға, рәхәтләнеп аралашыуҙарға бай булды Ишембай районындағы Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауылдарының дөйөмләштерелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә, һабантуй һәм йәштәр байрамдары. Сара ауылдарҙы берләштергән Рәүҙәк йылғаһы буйында үтте.


Ил тарихы – шәжәрәләрҙә

Бәхет серен белә әрметтәрАуылда колхоздың һуңғы һабантуйын яҙа-йоҙа хәтерләйем: әсәйгә эйәреп, ниндәйҙер һыу аша сыҡҡас, күмәк халыҡ янына барҙыҡ. Йыр-бейеү, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар күңелемә мәңгегә уйылып ҡалды. Һөйөнөскә күрә, бынан бер нисә йыл элек тыуған төйәгемдә әлеге йола тергеҙелде: ауыл халҡы баҡса эше менән бесән араһында йыл да һабантуйға йыйыла. Сараға, үрҙә әйтеп киткәнемсә, башҡа үҙенсәлекле байрамдар ҙа ҡушылып китә.
Йыйында, йола буйынса, йыл һайын бер нәҫел үҙ шәжәрәһе менән таныштыра, тирмә ҡороп, ҡунаҡтарға оҫталыҡтарын күрһәтә. Бына шундай бурысты былтырғы һабантуйҙа беҙгә тапшырҙылар. Шул көндән әҙерлек башланды ла инде.
Бәхет серен белә әрметтәрӘлбиттә, тәү сиратта шәжәрә байрамына нәҫелдең барлыҡ вәкилдәрен, атап әйткәндә, Мансуровтарҙы саҡырырға кәрәк ине. Шул уҡ ваҡытта тамырҙарыбыҙҙы барлау йәһәтенән ныҡлы эшләргә тура килде, был тәңгәлдә Әрмет тарихын өйрәнгән ауылдашым Фәрит Ҡадировтың ярҙамы ҙур булды.
Уҙған ғүмер – аҡҡан һыу: бер йыл үтеп тә китеп, тулҡынландырғыс мәл етте. Тирмә ҡороп, күркәм нәҫел ағасын төҙөп, аш-һыу әҙерләп, байрам мәлен көтөп алдыҡ... Шуныһы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ: шәжәрәне ныҡлап өйрәнгәндә туғандарыбыҙҙың бихисап булыуы, күптәре менән, үкенескә ҡаршы, йә ҡайғы уртаҡ­лашҡанда ғына осрашыуыбыҙ, йә бөтөнләй аралаш­мауыбыҙ асыҡланды. Үкенескә ҡаршы, бындай күренеш бер беҙҙең нәҫелгә генә хас түгел, тарҡаубыҙ.
Бәхет серен белә әрметтәрБынан тыш, нәҫел данын таратырҙай шәхестәребеҙҙе лә онотабыҙ ҡайһы саҡ. Хәйер, ата-олатаһы хаҡында үҙ балаһына ла һөйләмәгәндәр бар бит. Әйтәйек, сабыйының тәүге ауаздары яңғыраған көндә дошман ярсығынан һәләк булған олатайым, иле өсөн ғүмерен биргән башҡа туғандарым хаҡындағы мәғлүмәтте улыма аманат итеп ҡалдырыу яҙыҡмы ни?! Шәжәрәләрҙә – ил тарихы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.
Алға китеп, шуны ла өҫтәмәй булмай: байрам ахырында барлыҡ туған-тыумаса киләсәктә гел бергә булырға һүҙ бирешеп таралышты. Тимәк, сара һөҙөмтәле булды, тип күкрәк киреп әйтергә мөмкин. Бына шундай ябай ғына бер байрам ниндәй сихри көскә эйә икән!

Йәштәрҙе тыуған еренә
ни еректерә?


– Хөрмәтле ауылдаштар! Ауылы­быҙ­ҙың киләсәге ошондай күркәм сараларға ла бәйле. Рәхәтләнеп ял итәбеҙ, күре­шәбеҙ, аралашабыҙ, ҡатмарлы мәсьә­ләләр хаҡында һүҙ ҡуҙғатабыҙ. Тимәк, тыуған төйәгебеҙҙе хәстәрләү ҙә ошонда башлана, – тип байрамды асып ебәрҙе Әрмет ауылы хакимиәте башлығы Зәйтүнә Исхаҡова. Шулай уҡ ул барыһын да “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы.
Хакимиәт хаҡында һүҙ сыҡҡас, ауыл­даштарымдың бер шатлығы тураһында әйтмәй булдыра алмайым. Халыҡ һәр саҡ ҡыуана: “Әлдә ауыл хакимиәте үҙебеҙҙә! Йомошоңдо урында хәл итеүгә ни етә!” Ысынлап та, ҡағыҙ мәшәҡәте күбәйгән заманда хакимиәт йортоноң үҙ ауылыңда булыуы отошло шул. Юҡһа, 10 километр юл үтеп, Петровский ауылына йә 18 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Маҡарға йөрөүе анһат булмаҫ ине.
Бының менән генә сикләнмәй әле әрметтәрҙең шатлығы: ауылда газ да, һыу ҙа бар, юлдарына асфальт түшәлгән (район үҙәгенән 45 километр алыҫлыҡта ятҡан төпкөл тип әйтмәҫһең дә!). Бында ла, әлбиттә, ауыл һәм район хакимиәтенең тырышлығы һиҙелә.
…Эйе, нәҡ ошондай сараларҙа күренә лә инде ауылдың тын алышы. Ситтән генә күҙәтеп: “Йәшәй икән әле Әрметем”, – тип уйлап ҡуйҙым. Байрамда иң тәүҙә быйыл атай-әсәй булыу бәхетенә өлгәшкән ғаиләләр тәбрикләнде. Атап әйткәндә, бишәү ине улар. Тимәк, биш ауылдашым тыуҙы, бер-ике йылдан улар – балалар баҡсаһын, ә ете йылдан мәктәпте тулыландырасаҡ. Уҡыусылары бар икән, тимәк, белем усағы ла замана еленә ҡаршы торор, ябылмаҫ, тип өмөтләнәм. Дөрөҫ, барыһы ла үҙебеҙҙән, кендек ҡаны тамған ерҙе нисек хөрмәтләүҙән тора. Теләгең булһа, тыуған ауылда ла бынамын итеп йәшәргә мөмкин, теләк юҡ икән – “алтын яуып торған” ҡалала ла бәхет табып булмай.
Әлбиттә, ауылдың киләсәге донъяға килгән сабыйҙарға ғына бәйле түгел. Эш урыны – бына нимә йәштәрҙе тыуған еренә еректерә. Был йәһәттән әрметтәр бәхетле, тип әйтергә була. Кемдер мал үрсетә, берәүҙәр, оҫталығына таянып, ҡыйыҡ ябыу, нигеҙ һалыу һымаҡ хеҙ­мәттәр аша аҡса таба, бәғзеләр урындағы фер­мерҙар менән берлектә эшләй. Фер­мерҙарға килгәндә, үкенескә ҡаршы, бармаҡ менән генә һанарлыҡ улар. Күп­тәр, ҡулынан килһә лә, тотонорға ҡурҡа, ахырыһы (ә ауылда бер колхоз бул­дырырлыҡ трактор-машина иҫәпләнә). Шулай ҙа ғорурланып телгә алырлыҡ кешеләр бар. Мәҫәлән, үҙ йүнен күреп кенә ҡалмай, бихисап ауылдашын эш урыны менән тәьмин иткән Әнүр Шаһиев менән Марс Сәлимов хаҡында айырым әйтеп китмәү мөмкин түгел. Егеттәр игенен дә игә, ағасын да яра. Өҫтәүенә ауылды һыу менән тәьмин итеү ҙә – улар иңендә. Хәйер, милли бай­рамдарҙы ойоштороу ҙа әлеге егеттәргә барып төртөлә. Ғөмүмән, бөгөн фермерҙар – төйәктең төп таянысы, тип ныҡлы әйтергә булалыр. Шуға уларҙың байрамда ауыл хакимиәте башлығы ҡулынан Рәхмәт хаты алғанына бар халыҡ ихлас ҡыуанды.

Һай, дәртле лә һуң беҙҙекеләр!


Эйе, тырыш ауылдаштарым, хеҙмәттә һынатмай. Мал тоталар, донъяһын бө­тәйтәләр, ә ҡайһы берҙәренең ихата­һына күҙ һалһаң, бөтөнләй хайран ҡа­лырлыҡ: өсәр-бишәр һыйыр аҫрайҙар. Йорт-ҡураһын “ҡурсаҡ”тай матурла­ған­дар ҙа бар. Был йәһәттән Үрге Әрметтән Флүзә менән Риф Латиповтар, Түбәнге Әрметтән Миңлегөл менән Флүр Ширғә­лиев­тәрҙе атап китер инем. Байрам тан­та­наһында нәҡ шундай өлгөлө ауыл­даштарҙы тәбрикләү ҙә сараға йәм өҫтәне.
Эшкә генә түгел, йыр-бейеүгә лә оҫта ауылдаштарым. Клуб мөдирҙәре Йәмилә Ғөбәйҙуллина, Рима Шаһиева ойош­торған сараларға халыҡ “һә” тигәнсе йыйыла. Шуныһы шатлыҡлы: араларында мәктәп уҡыусылары ла, малын аҙбарға ябып йүгергән йәше лә, ҡарты ла бар. Байрам сараһы нәҡ шундай маһирҙарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Таҡмаҡ әйтештеләр, оҙон көй һуҙҙылар, тыпырҙатып бейеп тә алдылар. Бейеүселәр араһында ситтә оялып тормайынса түңәрәк уртаһында ҡайнаған егеттәрҙең булыуы кәйефте тағы ла күтәреп ебәрҙе.
Ниндәй байрам ярышһыҙ үтһен инде! Бер ерҙә “ах” та “ух” килеп ике малай тоҡ менән һуғыша, икенсе ерҙәрәк ҡыҙҙар арҡан тартыша, саҡ ҡына ситтәрәк ҡалаҡҡа йомортҡа һалып ҡапҡан ҡатындар йүгерә. Ғөмүмән, берәү ҙә спорттан ситтә ҡалманы. Хәйер, бөгөн генә түгел, әрметтәр һәр саҡ сәләмәт тормош алып бара. Ошондай уңған, аҡыллы һәм рухлы ауылдаштарым булғанда, Әрметем йәшәр ҙә йәшәр әле!


Вернуться назад