Урта хәллеләр. Рәсәйҙә күпме улар?22.08.2014
Илебеҙ граждандарының 42 проценты үҙен урта хәлле тип иҫәпләй, уларҙың ҙур ғына өлөшөн дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәткәрҙәре, бюрократтар тәшкил итә. Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты әҙерләгән “Хәҙерге Рәсәйҙә урта синыф: ун йылдан һуң” тип аталған докладта шундай һығымта яһалған, тип хәбәр итә “Росбалт” агентлығы.

Әйткәндәй, был хеҙмәт институт кол­лективының яңы социаль ҡатламды өй­рә­неү эшенең тәүгеһе түгел. Уҙған бы­уаттың 90-сы йылдарында һәм 2003 йылда ошондай тикшеренеүҙәр уҙғары­лып, хәлдең ярайһы үҙгәреш кисергәне асыҡланғайны. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән кү­ренеүенсә, үҙен урта хәлле иҫәпләгән Рә­сәй граждандары ике тапҡырға күбәйгән.
“Урта хәлле”. Был төшөнсә капиталистик йәмғиәт тотороҡлолоғоноң айырыл­ғыһыҙ сифатына әүерелгән. Уға дәү­ләт­тән бойон­дороҡһоҙ, сәйәсәткә битараф булмаған, етеш көн күргән, үҙенең ҡулланыу мөмкинлектәрен сикләмәгән граждандар инә. Мәҫәлән, беҙҙең өсөн өлгө иҫәпләнгән Көнбайышта ундай граждандар йәмғиәттең 60 процентын тәшкил итеп, байҙарҙың 20 проценты һәм шул саҡ­лы фәҡир ҡатламдар араһында то­тороҡлолоҡто һаҡлау ролен дә үтәй. Теге йәки был кимәлдәге һайлауҙарҙа урта хәллеләрҙең тауышы хәл иткес әһә­миәткә эйә. Власть баҫҡыстарында урын биләргә ынтылғандар программаларын шул ҡатламдың яҡлауына иҫәп тотоп төҙөй.

Һалымды түләмәһәң дә була

Әлбиттә, Көнбайыш демократияһы үҙен­сәлектәрен Рәсәй ерлегендә шул көйө ҡулланырға ынтылып, ысын­бар­лыҡты ла улар үлсәүенә һалып баһалау хәҡиҡәттән ситләшеүгә тиң булыр ине. Рәсәйҙең урта хәллеләре, һис шикһеҙ, АҠШ һәм Европалағы синыфташтарынан иҡтисади әүҙемлеге, сәйәси инанысы, социаль тамырҙары һәм психологик торошо менән шаҡтай айырыла. Был иң элек урта хәлле ватандаштарыбыҙҙың байта­ғының килем йәһәтенән ныҡлы ҡалы­шыуында, сәйәси һәм хоҡуҡи үҙаңының күпкә түбәнлегендә сағылыш таба. Мәҫәлән, беҙҙәге урта хәллеләрҙең байтағы гражданлыҡ бурысын тоймай, үҙҙәрен сәйәсәттән йыраҡ тип иҫәпләй.
Шул уҡ ваҡытта, улар араһында һалым түләүҙән, армияла хеҙмәт итеүҙән ситләшеүҙә, йәмәғәт транспортында бушлай йөрөргә тырышыуҙа һәм башҡа “ҡырын” эштәрҙә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ тоймағандар күп.
Көнбайыш күҙлегенән ҡарағанда иһә, урта хәллеләр араһында инглиз телендә иркен аралашҡан менеджер, уңышлы эшҡыуар төп урынды биләргә тейеш кеүек, сөнки иҡтисади бойондороҡһоҙлоҡ тап ошо һөнәрмәндәр эшмәкәрлегендә кәүҙәләнә. Урта синыфтың, нигеҙҙә, дәү­ләт һәм муниципаль хеҙмәттәгеләр менән билдәләнеүен “ысын Рәсәй күренеше” тип атарға кәрәк. Яңы быуат башынан алып илебеҙ властары чиновниктың йәм­ғиәт тормошона йоғонтоһон көсәйтеү, улар­ҙың рәтен тулыландырыу һәм матди хәлен яҡшыртыу буйынса байтаҡ сара күр­ҙе. Был үҙенсәлекле һәм донъяла, айырыуса демократия ныҡлы тамыр ебәргән илдәрҙә, таралмаған күренеш урта синыфҡа ҡарата өҫтөнлөктө түгел, киреһенсә, йәмғиәтебеҙҙә күҙәтелгән процестарҙың “сирлелеген” күрһәтә. Бюрократтарҙың килеменең башлыса граждандарҙан һалым сифатында йыйылған түләүҙәрҙән тороуы, урта хәллеләрҙең хеҙмәттән китеү менән быға ҡәҙәрге синыф булараҡ йәшәүҙән туҡтауы дәүләткә бойондороҡлолоҡ тураһында һөйләй.
Беҙҙең урта хәллеләрҙә илһөйәрлек тойғоһо ла самалы. Мәҫәлән, улар йәйге ялдарын Ватанында түгел, ә Төркиә һәм Мысыр тарафтарында уҙғарыуҙы ҡағиҙә итеп алған. Дөрөҫ, Ҡырым ярымутрауын Рәсәйгә ҡушыу менән Ҡара диңгеҙ буйында ял итеү өсөн бюрократтарға киң мөм­кинлектәр асыла, сөнки дәүләт пошлиналарын һәм һалымдарҙы артты­рыу­ҙан килгән 300 – 500 миллиард һумдың Ҡырым Республикаһын төҙөкләндереүгә йүнәл­теләсәге тураһында хәбәр йөрөй.
Сама килмәй самаға

Рәсәйҙә урта синыфтың үҫеш мөмкин­лектәре ниндәй? Был һорауға яуап табыу, ысынлап та, бик ауыр, сөнки сәйәси һәм гражданлыҡ әүҙемлеге һиҙелмәй, дәү­ләт­тә бойондороҡһоҙлоҡ һәм иҡтисади күтә­релеш күҙәтелмәй тороп, әлеге өлкәлә хәл­дең ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәгенә иҫәп то­тоу мөмкин түгел. Ә бына дәүләт хеҙ­мәт­кәрҙәре һәм бюрократия иҫәбенә үҫеш бул­маясағын фаразлау өсөн әллә ни күрәҙәлек талап ителмәй. Был социаль ресурстың артабан үҫеш мөмкинлеге юҡ.
Һүҙҙе йомғаҡлап, һығымта яһап ҡарайыҡ: капитализм шарттарында сирек быуаттан да аҙыраҡ көн күргән, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында урта хәллеләрҙән тамам “азат ителгән” һәм 40-сы йылдарында тиҫтәләрсә миллион кешеһен юғалтҡан илебеҙҙә урта хәллеләр синыфы барлыҡҡа килеү өсөн тейешле (шул уҡ Көнбайыштағы кеүек) шарттар бер ҡасан да булманы. Ҡайһы бер ва­тандаштарыбыҙҙың раҫлауынса, юғары белем, аҡыл эше менән шөғөл­ләнеү, ҡулланыу мөмкинлектәрен сик­ләмәү генә “урта хәлле” статусына дәғүә итеү өсөн нигеҙ түгел. Ғөмүмән, халыҡ-ара стандарттар буйынса, халҡының 80 процент самаһы ярлы һаналған дәүләттә урта хәллеләрҙең 42 процент тәшкил итеүе ышандырмай. Беренсенән, юғары белемлеләрҙең ҙур ғына өлөшө килеме буйынса был ҡатламдан ярайһы алыҫ торһа, икенсенән, бер-ике машина хужаһы булып та, дөйөм ятаҡта көн күреү, өсөнсөнән, һәм, иң мөһиме, гражданлыҡ бурыстарынан азат булырға ынтылыу урта хәллеләрҙе традицион урта синыфтан байтаҡҡа ситләштерә. Был йәһәттән көслө тетрәнеүҙәрҙән, социаль ҡатмарлыҡтарҙан азат Көнбайыш өлгөһөнә эйәреп, Рәсәйҙең менталитеты үҙенсәлекле тип бәхәс ҡуҙғатыу беҙҙең файҙаға түгел.



Вернуться назад