Дәүләт флагын таныйһыңмы?22.08.2014
Дәүләт флагын таныйһыңмы?
Рәсәйҙең дәүләт флагы көнө алдынан уҡыусыларыбыҙҙың “хәтер һандығы”н яңыртмаҡсы булдыҡ. Улар дәүләт әләменең һыҙаттарын, үҙенсәлектәрен, тарихын беләме икән?


Айнур ЯҠУПОВ, студент, Борай районы:
– 22 август ҡәҙимге көндәрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Шулай ҙа, тарихи күҙлектән сығып ҡарағанда, Аҡ йорт өҫтөндә өс төҫтәге байраҡ елберҙәгән көн иҫтәлекле ваҡиға булды. Әләмдәге төҫтәргә килгәндә, уларҙың мәғә­нәһен яҡшы беләм: аҫтағы ҡыҙыл һыҙат – ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, киң күңеллелек, мөхәббәт кеүек сифаттарҙы, урталағы зәңгәре – тоғролоҡ, намыҫ, инсафлыҡ билдәһен, өҫтәге ағы асыҡлыҡты, юғары выжданлыҡты һынландыра.
Фәрүәз ИСХАҠОВ, хеҙмәт ветераны, Өфө ҡалаһы:
– Нимә генә тимәһендәр, минең өсөн ураҡ менән сүкеш төшөрөлгән ҡыҙыл төҫтәге әләм дәүләт символы булып ҡалды. Хеҙмәт берҙәмлегенә, халыҡтар дуҫлығына “һәйкәл” ине ул. Ғөмүмән, флаг бит ябай ғына тауар киҫәге түгел. Ул тарихты һынландыра, киләсәккә әйҙәй, күңелдә илһөйәрлек сатҡыларын уята, ысынбарлыҡҡа тоғро ҡалырға өндәй... Юҡ, Рәсәйҙең дәүләт флагын да инҡар итмәйем. Әммә күңел әле булһа ана шул йәш саҡтарҙа елберҙәгән йондоҙло, ураҡ-сүкешле ҡыҙыл байраҡты юҡһына.

Элиза БУЛАТОВА, уҡытыусы, Ишембай районы:
– Рәсәй флагын таныйым, әлбиттә. Аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге әләм әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Тик һуңғы ваҡытта дәүләт символы менән һаҡһыҙыраҡ эш итәбеҙ кеүек: йыш ҡына мәжлестәрҙә, төрлө күңел асыу урындарында кәрәкһә-кәрәкмәһә лә флаг болғарға әҙер торабыҙ. Ҡайһы берәүҙәргә, бәлки, бындай шапырыныуҙар илһөйәрлек кеүек тойолалыр, әммә, миңә ҡалһа, йәштәрҙең бындай ҡыланышы һис килешеп етмәй. Дәүләт символының бәҫен төшөрмәйек.

Айсыуаҡ БАТЫРШИН, XI класс уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Былтырғы уҡыу йылында “Рәсәй тарихы” дәресендә флагтар темаһын тәфсирләп өйрәндек. Баҡтиһәң, ил тарихында тәүге тапҡыр аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге әләм 1667 йылда Алексей батша заманында булдырыла. Ул ваҡытта батшаның фарманы менән тәүге хәрби флотилия төҙөргә керешәләр, һәм уның флагын эшләр өсөн махсус комиссия ойошторола. 1705 йылда иһә батша Петр I Хәрби-Диңгеҙ флотына аҡ ерлеккә ҡыйыш күк тәре төшөрөлгән Андреев байрағын бирә. Ә өс төҫлө әләм сауҙа караптарында ғына ҡала. 1819 йылда юғары власть учреждениелары өҫтөндә яңы ҡара-һары-аҡ төҫтәге флаг күтәрелә башлай. Әммә өс әләмде бер юлы ҡулланыу буталсыҡ тыуҙырғанлыҡтан, 1883 йылда Александр III батша империяһының берҙән-бер флагы итеп әлеге аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге әләмде ҡалдыра.

Маһинур ҠАРАБАЕВА, тыл ветераны, Әлшәй районы:
– Илдең беренсе Президенты Борис Ельциндың халыҡҡа бер “иҫтәлеге” булып ҡалды был көн. Тиҫтә йылдар үткәндән һуң ул ваҡыттағы РСФСР Юғары Советы бинаһы өҫтөндә яңынан әләм күтәрелеүе онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырғайны. Һуңынан да был дата уңайынан төрлө мәҙәни саралар, спорт байрамдары ойошторолоп торҙо. Һуңғы йылдарҙа, әлбиттә, Дәүләт флагы көнө бындай кимәлдә билдәләнмәй. Шулай ҙа тарихты оноторға ярамай. Бындай иҫтәлекле көндәрҙе йәш быуын белеп үҫһен ине.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.


Вернуться назад