“Ситтә ҡалыуға өмөт итмәгеҙ, бергә эшләргә тура киләсәк!”22.08.2014
“Ситтә ҡалыуға өмөт итмәгеҙ, бергә эшләргә тура киләсәк!”
Шулай тип белдерҙе Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында предприятиелар етәкселәренә мөрәжәғәт итеп. Ултырыш 2014 йылдың тәүге яртыһы йомғаҡтарына арналды. Унда Хөкүмәт ағзалары, депутаттар, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, ҙур предприятиелар етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.

– Донъя һәм Рәсәй иҡти­са­дының үҫеше һүлпәнәйеүе менән бергә халыҡ-ара хәлдең ҡат­марланыуы йәшәйешебеҙгә кире йоғонто яһай, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы сығышында. – Ләкин импорт тауарҙарының сикләнеүе беҙҙе ҡурҡытмай, уларҙың күбеһен үҙебеҙҙекеләр менән алмаштырыу мөмкинлеге әле үк бар. Республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге ныҡлы күҙәтелә. Ризыҡҡа хаҡтарҙы күтәреү өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ. Арттырғандарға ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк.
Был ыңғайҙан Рөстәм Хәмитов сәнәғәт предприятиелары етәксе­ләрен халыҡ менән һөйләшкәндә лә, матбуғатҡа интервью бир­гәндә лә беҙҙең тауарҙарҙың яҡшы булыуын ҡат-ҡат иҫкә төшөрөргә саҡырҙы. “Бында бер ниндәй ҙә алдау юҡ, ул ысынлап та шулай”, – тине республика етәксеһе. Директорҙарға продукция етештереүгә сығымдарҙы кәметеү тураһында даими уйларға кәңәш итеп, ул: “Һеҙ айырым милексебеҙ, айырым йәшәй алабыҙ тип өмөт итмәгеҙ, барыбер беҙҙең менән бергә эшләргә тура киләсәк”, – тип иҫкәртте. Илебеҙҙең һынылыш алдында тороуын, идеологияның да, донъялағы һәм илдәге ваҡи­ғаларға ҡараштың да үҙгәреүен күрмәү мөмкин түгел. Шуға күрә бергәләп һәм килешеп эшләү мөһим, хатта хосуси предприятиелар етәкселәре лә пробле­маларҙы үҙаллы ғына йырып сыға алмаясаҡ, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.
Иҡтисад буйынса тәүге ярты йыллыҡтағы төп һөҙөмтәләр тура­һында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин сығыш яһаны. Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың доклады иһә социаль өлкә йомғаҡтарына арналды. Ул республикабыҙҙа эшһеҙлектең кәмеүен телгә алды, йорт һалыу өсөн бушлай ер участкалары биреүҙең әүҙемләшеүенә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә һәм башҡа күп мәсьәләләргә туҡталып үтте.
– Республикала эш хаҡының бик түбән булыуы тураһында бөгөнгө ултырышта күп тапҡыр телгә алдыҡ, – тине республика башлығы. – Быйылғы ярты йыллыҡта, былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, реаль эш хаҡы үҫеше 0,5 процент тәшкил иткән. Был күрһәткесме ни инде?! Ауыл хужалығында иһә уртаса айлыҡ эш хаҡы 12 мең һум тәшкил итә. Беҙ Рәсәй кимәлендә лә, күрше төбәктәр менән сағыштыр­ғанда ла был тәңгәлдә артта ҡалабыҙ. Яңыраҡ бюджет өлкәһендә эшләгәндәргә хеҙмәт хаҡы арттырылды. Ә предприятиелар етәкселәре үҙ коллективтарын ниңә хәстәрләмәй һуң? Эш хаҡының етештереүсәнлекте күтәреүен, ҡулланыу баҙарын йәнләндереүен һәм башҡа ыңғай яҡтарын онотмайыҡ.



Вернуться назад