Иген менән донъя имен22.08.2014
Иген менән  донъя имен
“Урожай” крәҫтиән хужалығы директоры Нәжип Хисаметдиновты баҫыуҙа тап итә алманыҡ. Егеттәр бер тауыштан: “Кредит юллап йөрөй ул. Сөгөлдөрҙө үҙе эшкәртә, үҙе таҙарта, бункерға йыя, үҙе тейәй торған бик тә “егәрле” комбайн алырға иҫәбебеҙ бар ине”, — тип яуапланы.

Хаҡы ла апаруҡ икән — 15 миллион һум!
– Борсолаһы юҡ, уның 35 процентын дәүләт субсидия менән ҡай­тарасаҡ, — тип һүҙгә ҡушылды хужалыҡтың баш инженеры Таһир Шәмсетдинов. — Уңыш бар, тимәк, кредитты ла ваҡытында түләйәсәкбеҙ.
Баҫыуҙы иңләгән дүрт комбайн да элекке яҡшы “таныштар” булып сыҡты. 21 “йәшлек” “Дон-1500” комбайн­дарының һис тә “ҡар­та­йырға”, “ялҡауланырға” иҫәбе юҡ, ахыры.
Иген менән  донъя имен– Бик ябай һәм ышаныслы техника. Ә етештереүсәнлеге яғынан сит илдекенән һис ҡалышмай, — тип баҫыу караптарына һүҙ тейҙермәне егеттәр. 1100 гектар ерҙе биләгән ужым культураларын йыйыуҙы аяҙ көндә тиҙерәк тамамларға иҫәптәре. “Ошо баҫыуҙа эште бөтөрөү менән арыш һуғырға йүнәләбеҙ. Яуым-төшөм булмаһа, беҙҙән бурыс ҡалмаҫ”, — ти комбайнсылар.
Ул арала хужалыҡтың баш агрономы Ринат Бәшәров та килеп етте.
– Һәр гектарҙан уртаса 18 центнер бойҙай алабыҙ. Йыл да бер мең гектарҙан ашыу майҙанда ужым культуралары сәсәбеҙ. Орлоҡто үҙебеҙ әҙерләгәнгә, техниканы үҙебеҙ ремонт­лағанға күрә, ураҡ эшендә тотҡарлыҡ булғаны юҡ, — ти Ринат Раян улы.
— Яғыулыҡ ҡиммәт, игенселәргә эш хаҡы түләргә лә кәрәк. Бала-сағаны уҡыу йылына әҙерләү өсөн атай-әсәйгә ваҡыт ҡыҫынҡы ҡалған, тип тә борсолаһығыҙ. Был сығымдарға ҡайҙан аҡса алаһығыҙ?
Иген менән  донъя имен– Һөтсөлөктән килгән мул ғына табыш ҡотҡара беҙҙе. Көнөнә өс тонна 320 килограмм һөт һауып, Стәрлетамаҡтағы “Аллат” йәмғиәтенә тапшырабыҙ. Көнөнә 54 - 56 мең һум аҡса килеп тора. Мең баш самаһы һыйыр малы аҫрайбыҙ, мәшәҡәте етерлек булһа ла, был тармаҡ үҙен аҡлай. Ике мал һимертеү фермаһы бар. Сенаж әҙерләүҙе йылдағыса иртә башланыҡ.
Аҡса табыу өсөн бөтә төр ысулдарҙы ла файҙаланырға тырышабыҙ. 60 гектар­ҙағы люцерна орлоғон һатмаҡ­сыбыҙ, 330 гектарҙа сөгөлдөр үҫтерәбеҙ. Беҙҙән сәсеү орлоғо килеп алыусылар ҙа байтаҡ, — тип яуапланы баш агроном.
Хужалыҡта йыл әйләнәһенә 90 кеше эш менән мәшғүл. Березовка, Яңы Бурлы, Бурлы, Ҡормантау, Байымбәт, Яугилде, Ерек ауылдарынан халыҡ йөрөп эшләй. Комбайн штурвалын 35 йыл буйы ҡулынан ысҡындырмаған Ким Ғәлиәх­мәтов быйыл үҙенә мәктәптә уҡыған улы Вадимды ярҙамсы итеп алған.
– Районда “Урожай” кеүек көслө хужалыҡтар артһа, халыҡҡа көн күреүе еңелерәк булыр ине, — ти тәжрибәле игенсе. — Кәрәк икән, техникаһын, бе­сәнен бирә, мал-тыуар менән тәьмин итә, ҡош-ҡорт аҫрайым тиһәң, фуражын, игенен алырға мөмкин. Иң мөһиме — эш урыныбыҙ бар, башаҡтар туҡ булһа, тормошобоҙ тағы ла яҡшырыр.
Арыш баш ҡоҫҡан көндәр йылдың иң матур сағы. Комбайнсылар ашыға, ара-тирә күк йөҙөн сыбарлаған болоттар игенсе күңелен һиҫкәндермәй ҡалмай. Ваҡыттың ҡәҙерен белер, һәр туҡ башаҡ һөйөндөрөр мәл шул әле.







Вернуться назад