6-сы дәрес
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республика юлдарында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаларының 18-20 проценты йәйәүлеләр иҫәбенә тура килә. Шуға сираттағы дәресте юлдағыларҙың нәҡ ошо ҡатламына бағышлауыбыҙ юҡҡа түгел.
Быйылғы йылдың апреленән юл ҡағиҙәләрен инҡар иткән йәйәүлеләргә ҡарата талаптар ҡатыланды. Әйтәйек, улар юл ҡағиҙәһен боҙоу сәбәпле тығын барлыҡҡа килһә йә теге йәки был ҡаршылыҡ тыуһа, 1000 һум күләмендә штраф түләйәсәктәр. Ярамаған урындан юл аша сыҡҡандарҙың, йә “ҡыҙыл төҫкә” йөрөргө яратҡандарҙың “батырлығы” иһә 500 һум менән баһаланасаҡ. Әгәр йәйәүле уйламағанда юл йөрөү ҡағиҙәһен боҙоу арҡаһында кемдеңдер һаулығына зыян килтерә икән (еңел йәки уртаса дәрәжәлә), 1000-1500 һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағасаҡ.
Форсаттан файҙаланып, автокресло хаҡында ла бер-ике һүҙ әйтеп үтәйем. Бөгөн балалар өсөн махсус урын менән йыһазландырылмаған “тимер ат” хужаһына 3000 һум күләмендә штраф ҡаралған. Тик депутаттар был талаптарҙы тағы ла ҡатыландырыу яғында – әле Дәүләт Думаһында сабыйҙарына битараф водителдәрҙең шофер таныҡлығын тартып алыу тураһында фекер алышыу бара.
Ҡағиҙә ҡағиҙә менән, әммә һәр ҡайһыбыҙ – йәйәүлеме, машина йөрөтөүсеме – бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ. Тиҙҙән уҡыу йылы башлана. Тимәк, юлдарҙа тағы ла һағыраҡ, тағы ла яуаплыраҡ булырға кәрәк.
Рубриканы
Хәлим ӘЙҮПОВ алып бара.