Яңы билдәләр20.08.2014
Яңы билдәләр
Ил етәкселеге бысраҡ төтөн сығарған автомобилдәргә сикләүҙәр индерергә уйлай.


Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тәҡ­дим иткән документҡа ярашлы, “механик транспорт сараларының экологик класын сикләүсе зоналар” барлыҡҡа киләсәк. Бындай биләмәләр махсус тамға менән билдәләнәсәк һәм “таҙалыҡ сифаты” тейешле норманан түбән булһа, юл йөрөү тыйыласаҡ. Ҡағиҙә Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Оборона министрлыҡта­рына, “Рәсәй Почтаһы”на, мотоциклдарға һәм утыҙ йыл элек сығарылған ретро­автомобилдәргә ҡағылмай. Белгестәр аң­латыуынса, яңы тамға экологик яҡтан хәүеф тыуҙырған райондарҙағы хәлде контролдә тотоу өсөн кәрәк. Ғәмәлдәге ҡағиҙәләрҙә бындай сикләүҙәр ҡаралма­ған. Шуға ҡара­маҫ­тан, 2014 йылдың 1 ғинуарына алын­ған мәғлүмәттәргә ярашлы, илдәге еңел автомашиналар паркының (17 миллион автомобиль) яҡынса яртыһы “Евро-0” һәм “Евро-1” класына ҡарай.
Әйткәндәй, биләмәләргә транспорт ин­дереүҙе сикләү идеяһы яңылыҡ түгел. Мәҫәлән, Германияла тейешле талап­тарға яуап бирмәгән “тимер ат”ты сикләү тәүлек әйләнәһенә ғәмәлдә ҡалған урындар бар. Данияла бындай тамға йөк һыйҙы­рышлылығы 3,5 тоннанан артма­ған дизель йөк машиналарына ҡағыла.
Законға төҙәтмәләр индерелә ҡалһа, тәүге билдәләр Мәскәүҙә ҡуйыласаҡ.


Вернуться назад