Мопедта йөрөгөң килһә20.08.2014
Мопедта йөрөгөң килһә
Бынан ары йылғыр мопед, скутер хужаларына ла юл йөрөү “серҙәренә” автомәктәптә төшөнөргә тура киләсәк – улар өсөн водитель таныҡлығында “М” категорияһы асылды.

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән ми­нистр­лы­ғы водителдәрҙе уҡытыуҙың яңы программаһын раҫланы. Уға ярашлы, ав­томәктәптә белем биреү профессиональ статус ала. Тимәк, уҡыу программаһы менән бергә талаптар ҙа бермә-бер артасаҡ. Әйтәйек, еңел автомобиль йөрөтөргә өйрәнергә теләүселәр теорияны элекке кеүек 106 сәғәт түгел, ә 134, практиканы 56 сәғәт (элек 50 ине) үҙләштерергә бурыслы. Дәрестәр теҙ­мәһе лә өс төргә бүленә. Мәҫәлән, база циклында водителдәр юл хәрәкәте тар­мағындағы төп ҡануниәтте, водитель эшмәкәрлегенең психофизиологик нигеҙҙәрен, беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарын өйрәнәсәк. Әйткәндәй, белгестәр айырыуса психология фәненә иғтибарҙы арттырмаҡсы. Бындай мохтажлыҡты улар тәү сиратта юл йөрө­төүселәрҙең агрессив ҡыланышы менән бәйләй.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, автомәктәптәрҙең матди-техник базаһында ла үҙгәрештәр көтөлә. Мәҫәлән, автодромдарҙың майҙаны 2,4 мең квадрат метрҙан да кәм булырға тейеш түгел. Уҡытыуҙа интерактив таҡталар ҡулланыу ҙа төп шарт. “Имтихан ҡабул итеүселәргә килгәндә иһә, уларҙың эшмәкәрлеге лә ситтә ҡалмаған. 25 йәшен тултырған, юғары белемле, автомобиль йөрөтөү ста­жы биш йылдан кәм булмаған һәм мотлаҡ ква­­лифи­кацияның өҫтәмә эске прог­рам­маһын үҙләштергән булырға тейеш”, – тиелә ҡануниәттә.
Водитель таныҡлығында сағылыш таба­саҡ тағы бер яңылыҡ авто­мат­лашты­рылған машина хужаларына ҡағыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ошоғаса тиҙлек режи­мындағы үҙенсәлектәр уҡыу програм­маһында иҫәпкә алынманы. Әммә ҡайһы берәүҙәргә бындай техника, ғөмү­мән, кәрәк түгел. Шуны иҫәпкә алып, 5 ноябрҙән автоматлаштырылған машинаны ғына йөрөтөргә өйрәнеү мөмкинлеге биреләсәк. Был мөмкинлектән файҙа­ланғандарҙың таныҡлығында “АТ” тигән тамға ҡуйыласаҡ.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөн Рәсәйҙә яҡынса 10 мең автомәктәп иҫәпләнә, һәм уларҙа йыл һайын ике миллиондан ашыу водитель әҙерләнә. Әммә улар араһында яңы талаптарға яуап биргәндәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Мәҫәлән, Өфөлә республика уҡыу-курс комбинатының (БРУКК) ғына бөтә төр кәрәкле майҙансыҡтары булған автодромы бар. Ҡаланың башҡа авто­мәктәптәре уны ҡуртымға алырға мәжбүр.


Вернуться назад