Илеш районының Йәйләү ауылы халҡы өсөн ул көн ҙур тарихи ваҡиғаға әйләнде – ауылдың иң матур урынында яңы мәсеткә нигеҙ һалынды. Тантанаға ошо ауылда һәм районда йәшәгән байтаҡ халыҡ йыйылды.
– Аллаға шөкөр, изге йома көнөндә барлыҡ йәмәғәт менән берлектә Йәйләү ауылында яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалыу өсөн йыйылдыҡ. Изге ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырырға насип итһен. Бөгөндән үк башланасаҡ төҙөлөштө Ҡорбан ғәйетенә тиклем тамамларға өмөтләнәбеҙ. Әйткәнебеҙсә, өмөтһөҙ тик шайтан ғына.
Илеш районында 30-ға яҡын мәсет һанала. Яңыраҡ ҡына Иҫке Күктау ауылында күркәм мәсет үҙ ишектәрен асты.
Бөгөн ишетеп-күреп тороуыбыҙса, Украина, Сүриә, Ираҡ яҡтарында һуғыш, бәрелештәр бара. Ошоғаса үҙ илебеҙҙә тыныс, татыу йәшәп килдек, Аллаһы
Тәғәлә киләсәктә лә матур тормоштан айырмаһын. Ватаныбыҙҙа күпме милләт йәшәүенә ҡарамаҫтан, ата-бабаларыбыҙ тормошонда һис бер ҡасан милләтселек булмаған. Беҙгә, йәштәргә, йоланы дауам итеп, фетнәһеҙ, бер-беребеҙгә мәрхәмәтле булып, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, татыу, йәшәргә кәрәк.
Ошо мәсетте төҙөүҙә ярҙам күрһәтергә йыйынған йәш эшҡыуар Ирек Рафаил улы Шәриповҡа, уның ата-әсәһенә, туғандарына һәм барығыҙға ла сәләмәтлек, эштәрегеҙҙә уңыш теләп ҡалам. Кешегә ризыҡты биреүсе лә, алыусы ла Аллаһ бер. Изге йома көнөндә әйтелгән теләктәребеҙ тормошҡа ашып, йылдарыбыҙ бәрәкәтле, ҡылғандарыбыҙ хәйерле булһын, – тип тамамланы байрам һүҙен Илеш һәм Баҡалы райондарының имам-ахуны Рөстәм хәҙрәт Абушахмин.
Иң яҡшы эш – дауамлы эш, ә был эштең дауамы бар. Киләсәктә Йәйләү ауылында күркәм иман йорто ҡалҡып сығып, бинаға тулыһынса газ индерелер тип ышанғы килә.
«Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр» тип әйтелә хәҙистә. Тимәк, мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кеше йәннәт һарайына лайыҡ.
«Аллаһ Тәғәлә мәсетте үҙенең йортона әйләндергән әҙәм балаһының тормошона бәрәкәт, күңеленә шәфҡәт бирер, гонаһтарынан арындырыр», – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Республикала күпләп мәсеттәр һалыныуы – иманға ҡайтыуыбыҙ, балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең дә дингә нығыраҡ тартылыуы билдәһе. Районыбыҙҙа ла һуңғы йылдарҙа дингә ҡарата мөнәсәбәттең яҡшырыуы, Ислам диненең аҡыллы, иманлы йәш быуынды тәрбиәләү йүнәлешендәге изге эше барыбыҙҙы ла ҡыуандыра.
Йәйләүҙә төҙөләсәк яңы мәсет йәннәт һарайы булып балҡып, ауыл халҡын иман нурҙарына ҡойондороп, тик тура юл ғына күрһәтеп торасағына өмөт ҙур.