Тамырҙары тәрәндән һут ала20.08.2014
Тамырҙары тәрәндән һут ала
Ҡаҙағстанда, Себерҙә, Көньяҡ Уралда 1954 — 1955 йылдарҙа миллиондарса гектарҙа сиҙәм күтәрелә. Ауыл хужалығы культураларын сәсеүгә яраҡлы буш ятҡан ерҙәр Әбйәлил районында ла күп иҫәпләнә. Бесән әҙерләүселәр барлыҡҡа килтергән Тагилстрой ауылында ғына ла 20 мең гектар сиҙәм һәм ҡалдау ер иҫәпләнә. Тап ошо майҙанда «Урал» совхозына нигеҙ һалына.


Иван Митяев етәкселек иткән “Урал” совхозында тәүге бойороҡ 1954 йылда донъя күрә. Тап шул көндән хужалыҡ шау-гөр килә. Сиҙәмде үҙләштереүселәр тимер юлдан төрлө техника, палатка, орлоҡ ҡабул итә. Ҡыш башланғансы ошо ауылда 30 өй, бер ятаҡ файҙаланыуға тапшырыла, мунса, контора, икмәкхана эш башлай.
Тамырҙары тәрәндән һут алаТәүге яҙҙа механизаторҙар 17 мең гектар ер һөрөп, шуның 6,5 меңенә иген сәсә. Унан 24731 центнер уңыш йыйып алына. Тоҡомло малдар һатып алына. Юғары күрһәткестәре өсөн “Урал” совхозына күп тапҡыр төрлө маҡтау грамоталары бирелә, ул миллионер хужалыҡҡа әйләнә.
Үкенескә ҡаршы, заманында гөрләп торған совхоз яйлап тарҡалды. «Халыҡ ауылда күңелен биреп эшләне. Алдынғы хужалыҡ ине бит. Күпме техникаһы, иҫәпһеҙ-һанһыҙ малы булды, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарында иген ишелеп унды», — тип әсенә ололар. Шуныһы ғына күңелде йыуата: совхоз аяҡҡа баҫҡан мәлдә ал-ял белмәй икмәк үҫтергән аталарының изге эшен дауам иткәндәр байтаҡ. Тайсин, Истамғәлин, Рахаев, Старцев, Дмитриевтар элекке уңдырышлы ерҙән бөгөн дә мул уңыш алырға тырыша.
Ғөмүмән, күп милләтле Сиҙәмдә донъя көтөргә ынтылған егәрле, тырыш, сәмле халыҡ йәшәй. Берәүҙәр күпләп мал тота, икенселәр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Йүнселдәрҙең ярҙамы менән ауылда бөгөн бихисап магазин, икмәкхана, бөҙрәхана, техник хеҙмәтләндереү станцияһы, теген цехы, фотоға төшөрөү үҙәктәре эшләй.
Күптән түгел беҙҙә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы булды. Сиҙәмдәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Р. Латипова һәм район ветерандар советы рәйесе А. Төлкөбаев килде. Ҡунаҡтарҙы Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р. Ғүмәрова сәләмләне.
— Бөгөн беҙҙә икеләтә байрам. Ауылдың данлы тарихын иҫкә алып, туғандар, дуҫ-иштәр менән күрешергә тыуған яғына ашҡынып ҡайтҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Туғанлыҡ хистәре яңырһын, дуҫлыҡ ебе тағы ла нығынһын, — тине Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы.
Ауылдың имам-хатибы Рәжәп Юлдыбаев әруахтар рухына бағышлап аят уҡығандан һуң, ҡунаҡтар, сиҙәм ерен үҙләштереүҙә ҡатнашҡан ветерандар ауыл китапханасыһы Рәйсә Хәлилова һәм балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лариса Шульга ойошторған экскурсияға юлланды. Һәр урында уларҙы оҫта ҡуллы, ҡунаҡсыл йорт хужалары мул табын әҙерләп, ҡул эштәре күргәҙмәһен ойоштороп ҡаршыланы.
— Һәр өй үҙенең төҙөклөгө, биҙәктәре, ихаталағы сәскәләре менән күҙҙең яуын алды. Бәрәкәтле тыуған еребеҙҙә уңған, тырыш, киң күңелле халыҡ йәшәүенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ, — тип ҡыуанышты барыһы ла.





Вернуться назад