Бөгөн ауыл эшҡыуарҙарын ниндәй мәсьәләләр борсой, юлдарында ниндәй кәртәләр осрай? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында фермер хужалыҡтарының береһенә юлландым.
Әлшәй районының Әбдрәшит ауылында ҡәйнештәрем йәшәй. Улар, өс ир-егет, 2006 йылда Николаевка исемле юҡҡа сыҡҡан ауыл урынында үҙ эшен асып ебәрә, эште мал аҫрап, ит етештереүҙән башлай.
Башта егеттәр мал тотоу өсөн һарайҙар төҙөй, һуңынан һарыҡ, һыйыр, бейә үрсетергә тотона. Һауын аппараты һатып алалар, һөттө дәүләткә тапшыралар, бейә һөтөнән ҡымыҙ эшләйҙәр. Ә йәй уны тәмләргә теләүселәр күп була: эшҡыуарҙар заказ артынан заказ ҡабул итә. Туй, байрам тантаналарына эсемлекте йәшникләп алалар.
Тора-бара, ҡулға бер аҙ аҡса төшә башлағас, ҡәйнештәр ит һатып, етештереүҙе киңәйтеп ебәрә. Улар “Беларусь” тракторҙары, йөк машинаһы һатып ала.
– Бынан бер нисә йыл элек шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн милли проект буйынса процентһыҙ кредит бирә башлағайнылар. Ул аҡсаға һарыҡ һатып алырға ҡарар иттек, Өфө ҡалаһындағы «Племобъединение» комплексы менән килешеү төҙөнөк, – тип һөйләй хужалыҡ етәксеһе Илнур Ханнанов. – Әммә унда, һарыҡты көҙ Ставрополдән алып ҡайтҡас һатабыҙ, тинеләр. Ә аҡсаны беҙгә яҙ бирергә уйлағайнылар, һәм беҙ һатып алынған малға документтарҙы 50 көн эсендә банкка тапшырырға тейеш инек. Аҡсаның көҙгә тиклем ятып тороуын һорап, банк хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеп тә ҡараныҡ, әммә улар риза булманы. Һөҙөмтәлә аҡса ла, һарыҡ та ала алманыҡ. Уң ҡул нимә эшләгәнде һул ҡул белмәй тигәндәй, эшҡыуарҙарға ярҙам итергә тейешле банктар, ойошмалар араһында бер ниндәй бәйләнеш юҡ. Кем белә, үҙҙәре өсөн файҙа килтермәгән ҙур аҡсаны бушлай ғына биргеләре килмәйҙер банк хужаларының. Уларға, бәлки, «төртөргә» кәрәктер. Ә беҙ улай ҡыланырға теләмәйбеҙ.
– Мал аҫрауы ла еңел түгел, – тип һүҙҙе дауам итә Илдар Ханнанов. – Ҡышҡылыҡҡа алты-ете эҫкерт бесән әҙерләйбеҙ. 2010 – 2012 йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында һалам булманы. Малға иген фуражы һатып алабыҙ. Килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы шулай еңеп сығырға тырышабыҙ.
– Бер аҙ ваҡыт үткәс, урман хужалығы менән һөйләшеп, диләнкә һатып алырға булдым, – тип һөйләй Илнур. – Халыҡҡа ағас материалдары етештерергә теләй инем, сөнки уларға ихтыяж ҙур. Бының өсөн пилорама һәм тейәгесе менән “КУН-10” маркалы трактор һатып алырға кәрәк ине. Тап шул ваҡытта милли проект буйынса эшҡыуарҙарға кире ҡайтарылмай торған кредит бирә башлағайнылар. Процентһыҙ кредит тип аталһа ла, барыбер 1,5 процентын түләйһең. Шулай ҙа был – бик отошло ярҙам. Ләкин ауыл кешеһенә ссуда алыу өсөн поручителдәр кәрәк. 300 мең һум аҡса юллау өсөн айына кәмендә 30 мең эш хаҡы алған ауылдашты табыуы еңел түгел.
Был кредитты ла юғары эш хаҡы булған чиновниктар алып бөттө, тиһәң дә хата булмаҫ. Дәүләттең аҡсаһы бар, әммә ул кәрәкле кешеһенә барып етмәй. Беҙгә лә кредит тәтемәне. Шуға күрә пилорама, яғыулыҡты, тракторҙы үҙебеҙҙең аҡсаға һатып алдыҡ.
Пилорама алғас, тирә-яҡ ауылдарҙан килеп таҡта ярҙыра башланылар. Бынан тыш, мунса бураһы, рәшәткә эшләйбеҙ. Уларҙы һатып, үҙебеҙҙең бюджетты тулыландырабыҙ, кәрәкле әйберҙәр һатып алабыҙ, мал һанын арттырабыҙ.
– Ауыл хужалығы етештереү кооперативы менән һеҙҙең фермер хужалығы араһында мөнәсәбәттәр нисек? – тип һорайым.
– Беҙҙең арала конкурентлыҡ көслө. Шуға күрә мөнәсәбәттәр төрлөсә булып китә. Беҙҙе килештереүсе лә, яраштырыусы ла дәүләт булырға тейеш. Әммә дәүләт үҙ файҙаһын ғына ҡарай. Етәкселәргә әлегә тиклем Совет осорондағы кеүек фекер йөрөтөү хас. Шуға ла шәхси хужалыҡтарҙы алып барыу еңелдән түгел. Кооператив рәйесе менән беҙҙең шәхси мөнәсәбәт насар түгел, ул һәр саҡ ярҙам күрһәтеп тора.
Һуңғы ваҡытта район етәкселәре лә фермер хужалыҡтарына ҡарата ҡарашын яҡшы яҡҡа үҙгәртте. Беҙгә район фондынан 307 гектар ер бирҙеләр. Унда бойҙай, арпа, көнбағыш сәсәбеҙ. Бойҙай менән арпаны фуражға тотонһаҡ, көнбағышты һыҡтырып май алабыҙ. Аҙаҡ уны магазинға һатыуға сығарабыҙ. Әйткәндәй, Әбдрәшит ауылында магазин да төҙөп ултырттыҡ. Бөгөн фермер хужалығында 100-ҙән ашыу һарыҡ, 45 баш һыйыр малы, 30-лап йылҡы аҫрайбыҙ. Илшат ҡустым һуңғы йылдарҙа умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Хәҙер уның 12 умартаһы бар. Бал һатыу ҙа килемле шөғөлдәрҙең береһе булып тора.
Бына ошолар хаҡында һөйләне егәрле эшҡыуарҙар. Уларға артабан да тырыш, әүҙем булыуҙарын, ҡаршылыҡтарға бирешмәүҙәрен теләйем.