Яугир күңеле ниңә әрней?20.08.2014
Яугир күңеле ниңә әрней?
Стәрлетамаҡта Белоруссияны азат итеүселәргә миҙалдар тапшырылды.


…1943 йыл. Ҡыҙыл Армия фашис­тарҙы көндән-көн ҡыҫырыҡлай, фронт һыҙығы Белоруссия еренә барып етә. Күп тә үтмәй һуғыштар тарихында иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе булараҡ телгә алынған “Багратион” операцияһы уҙға­рыла. Был көсөргәнешле яуҙа атай-олатайҙарыбыҙ йәнен аямай алыша. Әйтергә кәрәк, командирҙарҙың аҡылы ла, һалдаттарҙың сослоғо һәм батыр­лығы ла, шул уҡ ваҡытта урындағы пар­тизандарҙың ярҙамы ла еңеүҙе яҡы­найта. Ошо яуҙа бихисап стәрле­тамаҡтар ҡатнаша, ә күптәре башын һала…
Әлеге көндә Белоруссияны азат итеү­ҙә ҡатнашҡан яугирҙәр ҡалала ни бары утыҙҙан ашыу ҡалған. Ни ҡылаһың, ваҡыт менән алышып булмай. Әммә бөгөнгө быуын тарих биттәренә күҙ йоммай, иҫәнен дә, баҡыйлыҡҡа күскәнен дә онотмай, иғтибарҙан өҙмәй. Мәҫәлән, күптән түгел “Лада” кафеһында бер төркөм ветеранға миҙалдар тапшырылды.
— Дөрөҫөн әйткәндә, һәммәгеҙҙең яҙмышы китап яҙырлыҡ. Ә һуғышта күргән михнәттәрегеҙ – ҙур тормош һабағы. Хөрмәтле ветерандар, беҙҙе ҡыуандырып оҙаҡ йәшәгеҙ әле, — тигән изге теләктәрен еткерҙе тантанала ҡала башлығы урынбаҫары Владимир Куликов. Йылы һүҙҙәргә ихлас ҡушылып, Стәрлетамаҡ ветерандар советы рәйесе Әлмира Сафиуллина:
— Һеҙ — тере тарих, йәш быуынға үрнәк, — тип билдәләне.
Ысынлап та, һәр яугир ихтирамға лайыҡ. Мәҫәлән, Василий Попов һуғышты Ярославлдә башлай, Белоруссияны азат итә, Берлинға ҡәҙәр барып етә. Ә ундайҙар күп бында: кем биш йыл буйы яугирҙәргә аҙыҡ-түлек ташый (Антонина Лоптева фронтта шофер була), кем дошманға ҡаршы һөжүмгә бара, ә кемдер һуғыш тамамланғандан һуң да хеҙмәт итә. Хәмит Рысаев — тап шундайҙарҙың береһе.
…Тантанала бөгөнгө тормош хаҡында ла һүҙ барҙы. Ҡасандыр үҙҙәре фашистан азат иткән ерҙә – Украинала йәнә милләтселәр ҡалҡыуына, ябай халыҡтың ыҙа сигеүенә күңелдәре әрней ветерандарҙың.
– Эх, тормоштоң ҡәҙерен белмәй­ҙәр, – тип уфтана улар.
Әйткәндәй, тантанала бер нисә чернобылсе лә миҙалға эйә булды. Улар иһә тыныс тормошта атом станция­һындағы авария эҙемтәләрен бөтө­рөүҙә эшлә­гәндәре өсөн наградланды.


Вернуться назад