“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, талантлы йәштәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында 1990 йылдан алып “Йәш һәләттәр” Бөтә Рәсәй халыҡ художество кәсептәре оҫталарының смотр-конкурсы уҙғарыла.
Быйылғы сараға йомғаҡ яһау буйынса баһалама советы премияны Өфөләге “Артель” уҡытыу-етештереү предприятиеһынан ике кешегә тапшырырға ҡарар итте. Тәүге бүләкте “Юлбарыҫҡа һунар” панноһы өсөн Вадим Үҙәнбаев, икенсеһен “Сфинкс” күләмле композицияһы өсөн Геннадий Зимарин алды. “Артель” предприятиеһының баш рәссамы Павел Мурашкин әйтеүенсә, йәштәрҙең эшендә йәшмә, фирүзә, гәлсәр, лазурит, халцедон кеүек аҫылташтар ҡулланылған.
Конкурсты “Рәсәйҙең халыҡ художество кәсептәре” ассоциацияһы, Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.