Башҡорт рок көйө уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында тәүге тапҡыр танылыу тапты. Республикала беренселәрҙән булып был йүнәлештә ижад иткән “Рух” һәм “Дәрүиш” төркөмдәренең сығышын йәштәр ҙә, ололар ҙа алҡышлап ҡаршы алды.
2011 йылда Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында “Рух” төркөмөнөң 20 йыллығына арналған “Бөйөк дала” исемле асыҡ республика башҡорт рок-фестивале үткәйне. Былтыр ул үҙенең географияһын тағы киңәйтте: сарала күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандан да рок төркөмдәре ҡатнашты. Фестивалдең төп маҡсаты – башҡорт рок музыкаһын йәштәр араһында таратыу, ошо йүнәлештә сығыш яһағандарҙы табыу, уларға артабан ярҙам күрһәтеү, рок көйөнөң төрлө йүнәлеш алыуына булышлыҡ итеү.
23 августа Хәйбулла районы үҙәгенең “Уңыш” стадионында “Бөйөк дала” исемле III асыҡ республика башҡорт рок-фестивале йәнә таланттарҙы туплай.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы сараның Мәҙәниәт йылына тап килеүе сәбәпле, ул тағы ла юғарыраҡ кимәле менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Тамашасыларҙы бихисап рок төркөмөнөң һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығышынан тыш, төрлө мауыҡтырғыс саралар көтә. Парашютсылар шоуы, байкерҙар сығышы һәм башҡалар рок һөйөүселәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырыр, тип ышанабыҙ.