“Ҡыҙыу элемтә”гә хәбәр ит!20.08.2014
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы ауыл хужалығы продукцияһына, сеймалға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡты арттырыу осраҡтарын күҙәтеү өсөн “ҡыҙыу элемтә” асты.


Әле һыйыр, сусҡа, тауыҡ итенең, туңған балыҡтың, аҡ май, һөт, картуф, кәбеҫтә, башлы һуған, кишер һәм алманың ҡыйбатланыуы күҙәтелә.
— Ниндәй ҙә булһа тауар биш проценттан ашыуға ҡиммәтләнә икән, бындай осраҡ ашығыс тикшерелә. Беҙҙең бурыс — баҙарҙы байытыу һәм хаҡтың ҡырҡа артыуына юл ҡуймау, — тине Идаралыҡ етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева.
“Ҡыҙыу элемтә” иртәнге сәғәт 10-сы яртынан киске сәғәт 5-кә тиклем эшләй. Төшкө тәнәфес — сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем. Хаҡтың артыуы тураһындағы мәғлүмәтте (347) 273-35-64 телефоны аша хәбәр итергә йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин. Исемеңде, фамилияңды, атайыңдың исемен һәм бәйләнеш мәғлүмәттәрен күрһәтеү шарт.




Вернуться назад