Көндәр генә аяҙ торһон20.08.2014
Көндәр генә аяҙ торһон
Ямғырҙар туҡтап, көндәр асылыу менән Әбйәлил игенселәре йәнә баҫыуға ашыҡты. Һоло, арпа урып һуғыу эштәре гөрләп торған майҙанды комбайндар тауышы биҙәй.


«Урал аръяғы» МТС-ының Әбйәлил филиалы – район хужалыҡтарының иң ышаныслы һәм төп ярҙам­сы­ларының береһе. Сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ эштәрендә һәр хужалыҡ тап ошо машина-технология станцияһының ярҙамына мохтаж. Эштең күп булыуына ҡарамаҫтан, “Урал аръяғы” эш­сәндәре үҙ баҫыуҙарын эшкәртергә лә өлгөрә. Әле улар һоло сабыуға төшкән.
Көндәр генә аяҙ торһон– Быйылғы тәбиғәт игенсене яҡшы һауа торошо менән ҡыуандырмаһа ла, уҙған йылдар менән сағыштырғанда, гектар ҡеүәте юғарыраҡ, – ти филиал директоры Зәбир Вәкил улы Мусин. – 12 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы атҡарып сыҡтыҡ, 10 мең гектарҙа иген культуралары сәстек. Бөгөн эшселәр арыш йыйыуҙы тамамлап, 2 мең 500 гектар майҙанда сәселгән һоло баҫыуына төштө. Гектар ҡеүәте 25 центнерҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Иң мөһиме – үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу.
Ҡеүәтле сит ил техникаһында тәжрибәле комбайнсылар Мәүлетдин Амангилдин, Вәзир Моталов, Хәлил Ғүмәров эшләй. Әле предприятие игенселәре ужым арышын сәсеүҙе башлаған. Киләһе йыл уңышына нигеҙ барлығы ике мең ярым гектар майҙанда һалынасаҡ.
Көндәр генә аяҙ торһон, ә ҡалғаны ер улдарының тырышлығына бәйле.






Вернуться назад