Йәштәрҙе республика киләсәге борсоймо?20.08.2014
Башҡортостан Президенты вазифаһына дүрт кандидат дәғүә итә. Әлбиттә, халыҡ кемеһенә өҫтөнлөк биреренә ҡарамаҫтан, уның иңендә – республика киләсәге. Тик бына Башҡортостан граждандары һайлауҙа дәррәү ҡатнашырға йыйынамы? Бигерәк тә илебеҙ киләсәген хәстәрләргә тейеш йәштәр был әһәмиәтле сараға барырмы? Ошо һорауға яуап эҙләп, егет һәм ҡыҙҙарға мөрәжәғәт иттек.


Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА, Өфө ҡалаһы:
– Минең тауышты икенсе кешене һайлауҙа ҡулланмаһындар өсөн мотлаҡ барам. Киләсәк үҙебеҙҙән тора, беҙҙең өсөн хәл итеүгә юл ҡуймайыҡ.

Айрат ИБӘТУЛЛИН, Стәрлебаш районы:

– Барам, әлбиттә! Алла бойорһа, бер шәп кандидат өсөн тауыш бирәсәкмен.

Рәил ИШМӨХӘМӘТОВ, Сибай ҡалаһы:

– Ниндәй һайлау һәм ҡасан була ул?

Ләйсән НУРИМАНОВА, Стәрлета­маҡ ҡалаһы:
– Әлбиттә, барам. Мин тыуған еремде, илемде яратам, шулай булғас, уның киләсәгенә лә ҡул һелтәп ҡуйырға теләмәйем.

Яуаптарҙы Рәмил МАНСУРОВ теркәне.



Вернуться назад