Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы Украина биләмәһен мәжбүри ҡалдырып киткән граждандарҙы юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ваҡытын 20 авгусҡа тиклем оҙайтырға ҡарар итте.
Һынауҙар 28 авгусҡа тиклем үткәрелә. Уҡыу йорттары I курсҡа килгәндәрҙең генә документтарын ҡабул итә. Украинала белем алып өлгөргән студенттар өсөн аттестация үткәрелә. Уның һөҙөмтәһендә йәштәр тейешле курсҡа күсерелә.
Өҫтәмә ҡабул итеү хоҡуғы 61 юғары уҡыу йортона, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт университетына, Өфө дәүләт авиация техник университетына бирелде.