Башҡортостан муниципалитеттары Украинанан килгән ҡасаҡтарҙы торлаҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итерлек ойошмаларҙы һайлап аласаҡ.
— Был алым ирекһеҙҙән күсеп килеүселәрҙе торлаҡ һәм ҡайнар аш менән тәьмин итеү өсөн ойошмаларҙы алдан уҡ асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк, — тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Рәйсә Латипова. — Иң мөһиме – ҡасаҡтар менән эште лә тиҙләтәсәк, йәғни районға килгәнсе үк был кешеләргә кемдәрҙең ярҙам итере билдәләнәсәк.