Бәҙүәндәр талап ҡуя26.01.2012
Мысыр бәҙүәндәре Синай ярымутрауындағы “Ҡояшлы һыу” курорт комплексын баҫып алған. Бәхеткә күрә, был көндө ял итеүселәр булмаған, хеҙмәткәрҙәрҙе иреккә ебәреү өсөн улар 660 мең доллар талап иткән.
Ҡоралланған бәҙүәндәр курортҡа йәкшәмбе көндө үк һөжүм иткән. Талаптары үтәлмәгән хәлдә, улар ял йортон емерәсәген белдерә. Әлегә хәл-ваҡиғалар үҙгәрешһеҙ ҡала.