Өфө сәнәғәт ҡеүәте һәм йәшәү сифаты буйынса Рәсәй ҡалаларының тәүге тиҫтәһенә инә. “UrbanБайрам” форумын асыу тантанаһында “Урбаника” территориаль планлаштырыу институтының генераль директоры Антон Финогенов ошондай мәғлүмәт менән таныштырҙы.
Сәнәғәт рейтингында Өфө Санкт-Петербург, Мәскәү, Сорғот, Нижневартовск, Омск һәм Пермдән ҡала етенсе баҫҡысты биләй. Сәнәғәт ҡеүәтен баһалау өсөн институт һуңғы өс йылда йыйған мәғлүмәттәрҙе файҙаланған.
— ХХI быуат ҡалаһы шулай үҫешкән булырға тейеш, — тине Антон Финогенов. — Мәҫәлән, Өфөлә заманса кластерға ойошорлоҡ бер нисә тармаҡ бар. Улар иҫәбенә нефть химияһы, авиация сәнәғәте инә.
Йәшәү сифаты буйынса республикабыҙҙың баш ҡалаһы — һигеҙенсе урында. Бында Өфө Краснодарҙан, Сорғот, Екатеринбург, Көньяҡ Сахалин, Мурманск, Белгород һәм Воронеждан ғына ҡалыша.