Байрамда тыуған уйҙар19.08.2014
Һарыш ауылы көйөнә
Уйна әле, дуҫҡайым.
Йәмле Димдең буйҙарында
Ҡушылып йырлар ҡуш ҡайын.
Һандуғастар моңло һайрай,
Ҡунып Дим талдарына.
Һандуғас кеүек талпынып,
Барырмын яндарыңа.
Ауыл сите киң туғайлыҡ,
Туғайында күлдәр бар.
Минең ярһыу йөрәгемде
Серҙәш итер кемдәр бар?
Их, тағы бер уҙһаң ине
Димдең яландарынан!
Дим буйҙары, тыуған ауылым
Китмәй күҙ алдарымдан.
Һарыш ауылы бик матур,
Йорттары ла аҡ ҡына.
Иң ҡәҙерле, иң ғәзиз ер
Тыуып үҫкән яҡ ҡына.
Бына шундай күркәм ауыл бөтөүгә табан барһын әле... Иң ҡыйыны: был хәлде туҡтатырлыҡ әмәл юҡ. Биш-алты йыл элек беҙ ҙә унда ҡайтып, йорт төҙөп индек. Өйөбөҙ ҡыш ҡына бикле тора. Беҙҙән күрмәксе тағы ла ҡайтыусылар булыр тигән өмөт бар ине. Ҡыҙғаныс: яңы йорт һалыусы юҡ.
Халыҡ нисек тә йәшәргә тырыша инде. Дүрт-биш һыйыр тотҡан, йөҙәрләп ҡош-ҡорт аҫраған ғаиләләр бар. Күптәргә ситтә йәшәгән балалары ярҙам итә. Тағы ла бер уйландырырлыҡ күренеш: район үҙәгендә, Өфөлә эшләп, ауылдағы ғаиләһе янына айына бер-ике генә ҡайтып әйләнгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Балалары ла ситтә уҡығас, йорт-ҡура ҡарарға уларҙың ирҙәре ҡала инде. Бындай хәлдә тулы бәхетле, ныҡлы ғаилә хаҡында һүҙ алып барыуы ла ҡыйын. Аптырағандан төшә инде ҡатын-ҡыҙ, әсә бындай хәлгә: балаларҙы нисек тә уҡытырға, үҙаллы тормош юлына баҫтырырға кәрәк бит. Пенсия хаҡында ла ҡайғыртмай булмай. Ике-өс балаһын ата-әсәһенә ҡалдырып, Себергә, Мәскәүгә, башҡа ерҙәргә эшкә киткәндәр күп. Сабыйҙарҙың иң яҡын кешеләрен күрмәй йәшәүе бер нисә йылға һуҙылып киткән осраҡтар ҙа бар. Ярай әле, уларға аҡса, күстәнәс-маҙарҙы йышыраҡ ебәреп торһалар. Хәл белешеү, тәрбиә эштәре телефон, скайп аша хәл ителергә тырышыла ла бит... Пенсияға сығып, һаулығын нығытыу, тейешенсә ял итеү кеүек яҡты хыялдарҙы тормошҡа ашырыу һаман да киләсәк йылдарға ҡалдырыла. Ситтә йәшәгән ата-әсәнең ҡасандыр балаларын үҙҙәренә алып ҡайтыуы ла икеле. Осон-осҡа ялғап көн иткәндәргә ҡасан кәм тигәндә ике-өс миллион һум торған фатир тәтей әле?!
Берәй заман ауылда көслө фермер хужалығы барлыҡҡа килеп, киң баҫыуҙарҙа иген, йәшелсә үҫтерелер, мал аҫралыр тип фараз итеп тә булмай, сөнки беҙҙең колхоз ерҙәрен район үҙәгенә яҡын ерҙә ғәләмәт ҙур ҡош-ҡорт комплексы төҙөп ятҡан голланд эшҡыуарҙары ҡуртымға алған. Ярты быуат уҙғас, бер эҫенеп алғас, эшен юлға һалғас, китәме ни инде улар?! Байлыҡтарыбыҙ уларҙың вариҫтарына ҡала инде, ауылдаштарыбыҙҙың ейән-ейәнсәрҙәренә түгел.
“Ерҙәрен ниңә биргәндәр һуң?” тигән һорау урынһыҙҙыр. Илдең юғары даирәләрендә хәл ителгән мәсьәләне ауыл пенсионерҙары нисек үҙгәртә алһын?!
Уйҙар, уйҙар… Был байрам алды төнөндә йоҡлап та булмаҫ, ахырыһы.
Ситтән ҡайтҡан ауылдаштар зыяратҡа ла бармай ҡалмай. Яңынан уратылырға ваҡыт етһә лә, шөкөр, эсендә бөтәһе лә сағыштырмаса тәртиптә тотола: яҙ ҙа барып сәскәләр ултыртып, таҙартып, зыярат ҡыла тереләр, көҙ ҙә… Мин дә бер нисә тапҡыр киләм баҡыйлыҡҡа киткән ауылдаштарым янына. Унда барһаң, ысынбарлыҡҡа нығыраҡ яҡынаяһың, ғүмерҙең фани икәнен яҡшыраҡ тояһың. Ҡайһы берҙә Һарыштың мин аралашып йәшәгән халҡының күпселеге бында күскән һымаҡ тойолоп китә. Атай-әсәйем менән 25 кенә йәшендә һәләк булған Әхтәр ҡустым эргәләш ята. Уның тиҫтерҙәре, хатта күпкә йәшерәктәре лә байтаҡ. Кем булып эшләүенә, нисек йәшәүенә ҡарамай, бөтәһе лә бында килә. Яҙмыштар шулай тигеҙләшә.
Хәтергә тик һәйбәт яҡтары ғына иҫкә төшә мәрхүмдәрҙең. Үпкәләткән, хәтеремде ҡалдырған кешеләр булдымы икән, уларын иҫләмәйем. Мин белгән осорҙа ғына түгел, ауыл халҡы бер-береһе менән электән үк дуҫ йәшәгән. Хәллерәк кешеләрҙе кулак яһап Себергә оҙатҡас та, юлдан ҡасып ҡайтҡандар һәм күпмелер ваҡыт йәшеренеп тормош көткәндәр. Шау-шыу тынып, бер аҙ ваҡыт үткәс, яңы йорт-ҡура ҡороп, йәшәп киткәндәр. Ауылдаштар уларҙы һатмаған. Сталин осорондағы репрессияларға ла эләкмәгән беҙҙекеләр. Аҙаҡтан да бер-береһе өҫтөнән ялыу яҙып, судҡа тарттырып йөрөмәүҙәренә күрше ауылдар халҡы аптырай ине. Һәр йортта үҫкән күмәк баланы бергәләп тәрбиәләнеләр. Һарыштың бер осонда урыҫтар йәшәне, татар ҡыҙҙары килен булып төштө. Милләт тикшереүҙе лә, ошо юҫыҡта ниндәйҙер ығы-зығы сыҡҡанды ла хәтерләмәйем. Хатта ҡайһы бер урыҫ-башҡорт ғаиләләре араһында бер-береһен ҡиәмәтлек атай-әсәй, ул-килен яһап аралашҡандар ҙа булды, тик ҡатнаш ғаилә ҡороусылар табылманы. Шуныһы ҡыҙыҡ: татар еңгәләрҙең береһе лә үҙ телен ташламаны, ә урыҫ күршеләребеҙҙең барыһы ла башҡортса һәйбәт һөйләшә ине (ине, тием, хәҙер уларҙың бөтәһе лә район үҙәгенә һәм башҡа яҡтарға күсте). Әсәйемдең: “Раевканан автобуста ҡайтып төшкәс, бер бик сибәр ҡыҙ әйберемде өйгә тиклем күтәреп килде. Мин уға ватып-емереп урыҫса өндәшкән булам, ә ул: «Апай, үҙебеҙсә генә һөйләшәйек, ауылдашығыҙ Сергейҙың ҡыҙы бит мин», — тине»,–тип көлөп һөйләгәне иҫтә.
Ауылдың икенсе ситендә йәшәгән күршеләребеҙҙең ҡыяр, кәбеҫтә, ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын кеүек йәшелсәләре ишелеп уңа ине. Уларҙан күрмәксе беҙҙекеләр ҙә баҡса булдырҙы. Колхозыбыҙ ҙа, йәшелсә-емеште күпләп үҫтереп, бик ҙур файҙа күрә торғайны. Мәктәптә уҡығанда беҙҙе Дим буйына уңыш йыйырға алып йөрөнөләр. Уларҙы тау-тау итеп йыйып өйә, әлбиттә, ашап та, рәхәтләнә инек.
Малай-шалай барыбер шаянлығын иткәндер инде. Бер саҡ ҡараңғы төшкән саҡта класта уҡып йөрөгән ҡустым күрше Хамис ағайҙарҙың ҡыяр түтәленә төшкән. Хужа сығып быны тотоп алған да йомшаҡ ҡына: «Эй, ҡустым, ни эшләп йөрөйһөң ул беҙҙең баҡсала?» — ти икән ғәжәпләнгән тауыш менән. Сыбыҡ төшһә, бәлки, онотолор ҙа ине. Ҡустым ғүмер буйы ошо ҡылығы өсөн күрше ағайҙан оялып йөрөнө.
Йәшерәк саҡта «Ауылдаштарым» тигән ябай ғына шиғыр яҙғайным. Уға композитор Ризван Хәкимов матур көй яҙып, күренекле йырсы Асия Смакова әле лә репертуарынан төшөрмәй. Иртәгә концертта ауылдаштар ҙа башҡарасаҡ икән. Ғөмүмән, бында байрамдар композитор Роза Сәхәүетдинова менән берлектә яҙылған, тыуған яҡтарға арналған «Әлшәй вальсы», «Ғүмер юлы», «Аҡҡош күле», «Әйҙә киттек Дим буйына», «Йәйге юлда…» тигән йырҙарымдан башҡа үтмәй.
Ауыл бәләкәй булһа ла, унда халыҡтың күңелен күтәргән саралар үтеп тора: Яңы йыл, 23 февраль, 8 Март, Өлкәндәр көнө менән бергә һуңғы йылдарҙа «Ҡарға бутҡаһы», шәжәрә байрамы күңелдәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ итеп уҙғарылды. Бына иртәгә – «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы. Аҙна эсендә генә әҙерләнеүҙәре хәүефләндерә, әлбиттә. Ишетмәй йә ҡайта алмай ҡалғандар үкенер инде.
Моңландыра, уйландыра, һағышландыра гармун. Ҡатмарлы яҙмышлы, йырлы-моңло Фәрит ҡустым бит уйнаусыһы ла. Күңел кисерештәрен гармун тауышына һалалыр инде...
... Иртәнсәк күптән көтөлгән ямғыр яуып үтте лә, тирә-яҡ сафланып ҡалды. Яҡты, йылы көн тыуҙы. Байрам үтер урынға кешеләр йыйыла, бер нисә тирмә ҡоролған. Һәр ара ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә. Селтәрләп бәйләнгән йәки ҡулдан һуғылған таҫтамалдар, күҙҙең яуын алып торған аҫалы балаҫтар, сигелгән ҡорғандар, табаҡ-табаҡ бәлеш, тултырылған тауыҡ, сәксәк, йыуасалар – хужа һәм хужабикәләрҙең оҫталығы, уңғанлығы, ҡунаҡсыллығы билдәһе.
Күп тә үтмәй, ялан тулып халыҡ йыйылды. Тиҫтәләрсә еңел машина теҙелде. Уларҙан байрамса кейенгән ҡунаҡтар төштө. Юғалып ҡалмаған ауылдаштарым сит ерҙәрҙә: замандан артта ҡалмай, тырышып донъя көтәләр. Ҡосаҡлашыуҙар, хәл-әхүәл һорашып көлөшөүҙәр, күңел тулып илашыуҙар… Шатлыҡлы-һағышлы хис-тойғо эскә һыймай, тышҡа сыға, күккә аша. Тирә-яҡҡа, танауҙы ҡытыҡлап, шашлыҡ, итле былау, аш еҫтәре тарала.
Бына сәхнәгә алып барыусылар сығып, байрамдың башланыуын иғлан итә. «Һарыш ауылы» йыры яңғырай. Ошонда йәшәгән район муллаһы Мансур хәҙрәт Ҡөрьән аяттарын уҡып, был сараны үткәреүгә үҙ фатихаһын бирә. Шуны ла әйтеп үтеү фарыз булыр: Миәкә лә тыуып үҫкән Мансур хәҙрәт – ике райондың Дим буйы ауылдарында яңы мәсеттәр астырыуға күп көс һалған кеше. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында тыуған ауылы Илсеғолда ошо яҡтарҙа тыуып үҫеп, Башҡортостандың төрлө төбәгендә йәшәгән, динебеҙ үҫешенә битараф булмаған милләттәштәребеҙҙе йәлеп итеп, иғәнә йыйып, яңы күркәм мәсет төҙөттө ул. Нарыҫтау ауылына яҡын изге шишмә эргәһендәге тау башында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Ислам динен таратыуға ебәрелгән тәүге илселәре ерләнгәнен иҫбат итеүҙә өлөшө ҙур булды. Өҫтәүенә шишмә эргәһендә яңы мәсет һалдырыу башланғысын ҡеүәтләп, эштең тейешле кимәлдә башҡарылыуын тәьмин итеп, унан сит илдәрҙән, илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән изге шишмә һыуын эсергә, доға ҡылырға килгәндәрҙе яҡты йөҙ менән ҡаршылап, изге ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙы хәстәрләп йөрөүсе лә ул Мансур хәҙрәт. Һәр саҡ яҡтылыҡҡа, тәртипкә саҡырған мәрхәмәтле кешене яҡташтарым хөрмәт итә, мөһим сараларҙа фатихаһын алыуҙы кәрәкле тип һанай.
Бындай оло байрамды ойоштороуҙа ауыл хакимиәтенең дә өлөшө ҙур, әлбиттә. Уның башлығы Владик Миңлеғәлиев ауылдаштарҙы байрам менән ҡотлап, төйәктең бөгөнгө йәшәйеше, проблемалары һәм алда торған бурыстар менән таныштырҙы.
Тантана дауам итә, халыҡ гөр килә. Йырсыларға ҡушылып моңланырға ла, күмәкләп ер һелкетеп бейергә лә өлгөрәләр. Бер-береһен һағынышҡан яҡташтар, сәхнәлә сығыш яһағандарҙы күҙҙән ысҡындырмай, хәл-әхүәл һораша, һоҡланыу, ғәжәпләнеү тойғоларын еткерә.
«Һин мине таныйһыңмы?» — тигән һорау иң күп яңғырағандыр. Үҙемә генә лә тиҫтәләрсә кешегә яуап бирергә тура килде. Башҡортостанда йәшәгәндәре минең тормош-яҙмыш менән таныш инде: күреп торалар, уҡып баралар тигәндәй. Себер яҡтарында 30 йыллап күрешмәгән бер яҡташыма элеккегә ҡарағанда ла күркәмләнеберәк китеүе хаҡында әйттем. Арттырманым: оялсан ғына, кеше менән бик аралашып бармаған, төҫ-башына ла иғтибар итмәгән ябыҡ ҡына ҡатынҡай матур ғына тулыланып, модалы, ҡиммәтле кейемдәрҙә, биҙәүестәрҙә ҡайтып төшкәйне. Бер әйтемдәгесә, байрамда кеше ҡарап, үҙен күрһәтеп, ирәйеп йөрөп ята. Комплиментым килешеп, балҡып йылмайып ебәрҙе лә минең күңелде лә күрергә булды шикелле: «Һине лә танып була әле, Гөлфиә», — тип арҡамдан ҡағып ҡуйҙы. Шәп әйтте. Һаман да уйландыра ла, һиҫкәндерә лә был һүҙҙәр…