Үткәндәре үкендермәй19.08.2014
Үткәндәре үкендермәй
Үҫмер саҡтан уҡ маҡсат ҡуйып йәшәргә ынтылған кешеләр була. Теремек, баҫҡан ерендә ут сығарып йөрөгән Нәзимә лә бәләкәйҙән үк хыял диңгеҙендә йөҙә. Ете балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килә ул. Етмеш йортло Яссы-Ҡаран (Алға) ауылында тыуып, гүзәл Ыҡта һыу ҡойоноп үҫкән, ошонда башланғыс белем алған. Һуңынан Ырымбур өлкәһенә ҡараған, өс саҡрым алыҫлыҡтағы Ғабдрахман ауылындағы мәктәпкә йөрөй.

Елеккә үткәне яҙғы ташҡын була. Ыҡ йылғаһының ярһып, шашып аҡҡан саҡтарында ла, боҙ ҡуҙғалған осор­ҙарҙа ла уҡыусылар уны төрлө әмәлен табып кисеп сыға, әммә дәрес ҡалдыр­май. Уҡырға һәр ваҡыт әҙерләнеп бара улар.
Үҫә төшкәс, әсәһенең кис ултырып ҡул эштәренә тотонғанын ҡыҙыҡ­һынып күҙәтә Нәзимә. Вафия апай ҡыҙына: «Бәйләйем тип күҙ нурыңды бөтөрмә. Тырышып белем ал, һин уҡытыусы булырға тейешһең», – тигән талап ҡуя.
Шулай ҙа Нәзимә, атаһын (Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды) йәлләп, бесән, утын әҙерләшергә һәр саҡ ярҙам итә. Урта мәктәпте Йәрмәкәйҙә тамамлай. Ә инде уҡытыусылыҡ һө­нәре уны Түбән Ҡарамалы һигеҙ йыл­лыҡ мәктәбе менән бәйләй. Гөрләп тора заманында был белем усағы. 330-ға яҡын бала уҡый унда. Йәш белгес тәүге көндәрҙән үк яратҡан эшен бөтә күңелен биреп башҡара. Ҡазан дәүләт педагогия институ­тының математика факультетын ситтән тороп тамамлай.
Эйе, йәш саҡта бөтәһенә лә өлгө­рөргә тырышаһың. Көнө буйы тиерлек мәктәптә, кисен йә репетицияға, йә агитатор эше менән халыҡ эр­гә­һенә ашығаһың. Әйткәндәй, Нәзимә бейергә маһир була. Ул сәхнәлә күбәләктәй өйөрөлгәндә ситек табандарынан ос­ҡон­дар һибелгәндәй була, йөрәктәр елкенә, күңелдәр талпына. Ә тормош иптәше Фәнил – баянсы ла, йырсы ла. Шуға күрә Нәзимә Сәйфет­дин ҡыҙы уҡыусылар менән байрамдар, концерттар ойошторған­да үҙе­­нең уң «ҡанаты»н да ҡатнашырға саҡыра. Ире шәхси хужалыҡта ла, колхоз эшендә лә, урмансылыҡта ла уңғандар сафында йөрөй. Тик, үке­нес­кә ҡаршы, ғүмере генә ҡыҫҡа була: 63 йәшендә яҡты донья менән хушлаша.
Ә тормош дауам итә. Ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла теүәл фәндең серҙәренә ихлас төшөндөргән, уҡы­тыу методи­каһы нескәлектәрен төплө белгән ябай ауыл уҡытыусыһы Нә­зимә Сиражева һәр теманың бала тарафынан яҡшы үҙләштерелеүенә өлгәшә. Уҡыусылар­ҙы үҙенә саҡырып торған, яҡшы йыһаз­ландырылған уҡыу кабинеты кә­рәк­ле­ген дә аңлай ул. Бында хеҙмәт уҡытыусыһы Вилдан Хөснуллин ярҙам­ға килә. Дә­рестәрҙә кәрәкле әсбаптар, кар­точ­калар, дидактик материалдар, фильмоскоп, төрлө стендтар ҡул­ланыу, «Йәш математик» гәзитен сығарыу, зачеттар үткәреү һөҙөмтә бирмәй ҡалмай.
Фән ауыр бирелгән уҡыусылар ме­нән Нәзимә Сәйфетдин ҡыҙы дә­рестән һуң да, кистәрен дә айырым шөғөл­ләнә. Бигерәк тә Дүшәнбе, Таш­кент ҡалаларынан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡайтҡан балаларҙың белем кимәле һай була. Уҡытыусыға өҫтәмә күнекмәләр үткәрергә тура килә. Нәзимә Сәйфет­дин ҡыҙының педагогик хеҙмәте “асыҡ дәрес” кеүек. Ул бөтә һәләтен, ты­рыш­лығын, булмышын бер йөрәккә йыйған.
Киң ҡоласлы ғилемгә эйә булыу, балаларҙы тәрән фекерләргә өйрәтеү өсөн ысын педагог булырға, үҙ эшеңде мөкиббән яратырға кәрәктер. Беле­меңде даими камиллаштырыу мөһим­ле­ге лә билдәле. Был йәһәттән Нәзимә Сәйфетдин ҡыҙы бик әүҙем. Уның уҡыусылары һис ҡасан да һынатманы. Һалҡын ҡыш тип тормай, уҡытыусының ат егеп, район үҙәге Йәрмәкәйгә ба­лаларҙы ярыштарға алып барғанын әле лә хәтерләйҙәр. Уҡыусылары, район буйынса математика олимпиа­даһында ҡатнашып, йыш ҡына призлы урындарға лайыҡ булды. Бының өсөн ниндәй тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, шул уҡ ваҡытта ҡыйыулыҡ та кәрәк бит әле! Һайлаған һөнәреңә тоғролоҡ, хеҙмә­теңә ихлас бирелеүҙән киләлер инде был күркәм сифаттар. Бынан тыш, профсоюз комитеты рәйесе булып эшләү ҙә байтаҡ ваҡытты, көстө ала. Мәктәп директоры вазифаһын да ваҡытлыса башҡарырға тура килә Нәзимә Сәйфетдин ҡыҙына.
Сиражевтар өс бала үҫтерҙе. Нәрки­зә менән Гүзәл, әсәһенең юлынан ки­теп, тәүҙә педучилищены, аҙаҡ институтты тамамланы. Фидаил иһә Себерҙә хеҙмәт итә.
Педагогик хеҙмәт ветеранының өл­гөлө тәрбиәләнеүселәрен һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Уның юлын һайлаған элекке уҡыусылары ғына ла бер нисә тиҫтәнән ашыу. Уларҙың сәләм ебәреүе, телефон аша яң­ғыраған изге теләктәре – өлкән кеше өсөн ҙур ҡыуаныс.
Башҡортостандың мәғариф отличнигы Нәзимә Сиражева бөгөн Түбән Ҡарамалы ауылында кирбес менән тышланған күркәм йортта яңғыҙы ғына ғүмер итә. Үткәндәр үкендер­мәй, тик ауылдың ҡартайып барыуы, мәктәптә балаларҙың аҙайыуы хафа­ға һала. «Ҡайҙа ҡалды икән шау-гөр килеп торған ҡыңғыраулы мәктәп йылдары?» тигән һорау уҡытыусы күңеленә моңһоулыҡ өҫтәй.


Вернуться назад