Башҡорт боксеры яңы үрҙәр яулай26.01.2012
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуып үҫкән башҡорт боксеры Хәбир Сөләймәнов Мексиканың Энсенада ҡалаһында, сираттағы рейтинг көрәшендә ҡатнашып, урындағы спортсы Роберто Лопесты еңде.
Хәбир Сөләймәнов әйтеүенсә, көрәшкә әҙерләнеүе бик ауыр булған, сөнки быға тиклем бер аҙ сирләп торған. Мексика халҡына башҡорт боксерының ҡыҙыу стиле оҡшаған. Киләһе көрәштәрен боксер февраль һәм мартта йәнә Мексикала үткәрәсәк.


Вернуться назад