Йән дауаһы19.08.2014
Йән дауаһы Украина менән Башҡортостанды күптәнге иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни мөнәсәбәттәр бәйләй. Украиндар хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр хәҙерге республикабыҙ биләмәһендә ХVII быуат башында теркәлгән. ХIХ быуат аҙағы — ХХ быуат башында улар башҡорт еренә күпләп күсә.


Украиналағы һуңғы ваҡыттағы хәл-ваҡиғалар унда йәшәгәндәрҙе генә түгел, бөтә донъя йәмәғәтселеген борсой. Неофашистарҙың ҡылған вәхшилектәре бар украин халҡының йөҙөн күрһәтмәй, уларҙың уй-теләге бөгөн дә нацистарҙың идеология­һына тап килмәй, сөнки фашизмдың нимә икәнлеген киноларҙан ҡарап ҡына түгел, ә үҙ йөрәктәре аша үткәргәндәр. Ысын украин халҡы элек-электән татыулыҡҡа, тыныс-лыҡҡа ынтылды. Уларҙы башҡорттар менән дә туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Был бәйләнеш айырыуса әҙәбиәт өлкәһендә асыҡ сағылыш тапты.
Ә инде 1921 йылғы аслыҡ ва­ҡытында, Башҡортостан өсөн ауыр саҡта, украин халҡы етем ҡалған башҡорт балаларын үҙ ҡуйынына һыйындырҙы. Улар араһында бу­ласаҡ халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти ҙә бар ине. Ул ғүмере буйына ошо халыҡ тураһында яҡты иҫтәлек һаҡланы, төбәккә арнап шиғырҙар яҙҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Украина еренә гитлерсылар ябырыл­ғас, уның кешеләрен республикабыҙ үҙ ҡуйынына һыйындыра. Ике халыҡтың дуҫлығы хаҡында Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрендә тетрәткес итеп һүрәтләне.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн дә ут менән шаярыусылар бар. Ғәзиз тыуған ерен ташлап, биш мең кеше Башҡорт­останға килергә мәжбүр булды. Киң күңелле, ҡунаҡсыл халҡыбыҙ уларҙы йылы ҡаршыланы, ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты.
Мәжбүри күсеп килгәндәрҙе Ғафури ере лә ихлас ҡабул итте. Луганск һәм Донецкиҙан килгән ғаиләләр үҙҙәре өсөн сит-ят илдәге яңы урынға, шарттарға яраҡлашырға тырышып көн итә. Тәү сиратта, әл­биттә, уларға көнкүреш һәм матди йәһәттән мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Әле ғафуриҙар күскенселәргә ҡулдан килгәнсә булышлыҡ күрһәтә.
Райондаштарыбыҙ араһында ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡасаҡтарға ярҙам итергә теләгән мәрхәмәтле кешеләрҙең булыуы ҡыуаныслы. Билдәле эшҡыуар, Өфөләге “Тибет дауалау үҙәге”нең генераль директоры Азат Фәйзуллин мәжбүри күсенеп килгәндәргә ярҙам кәрәклеге хаҡында район гәзитенән уҡып белгән. 1986 йылда уның үҙенә лә был туғандаш республикала Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтә­ләрен бөтөрөүҙә ҡатнашырға тура килә.
Эшҡыуар, район хакимиәте баш­лығы Рәмил Бохаров менән һөй­ләшеп килешкәндән һуң, Крас­­­ноу­солда йәшәр өсөн мөйөш тапҡан ғаиләләрҙең береһенә ярҙам күрһәтергә була. Был ғаилә Демьян Бедный урамындағы туғандарына килеп һыйынған. Йорт хужабикәһе Әлфирә Ғүмәрова һуғыш ғәрәсәте эсенән ҡайтырға мәжбүр булған һеңлеһе Екатерина Иҫәнғәлинаға бергә йәшәргә тәҡдим иткән. Әл­биттә, ул яңғыҙы түгел, ире Максим, дүрт һәм бер йәшлек ҡыҙҙары Ева, Вероника, пенсионер өләсәләре Роза менән бергә тора.
Яңыраҡ Азат Фәйзуллин был ғаиләгә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Салауатов һәм район хакимиәтенең социаль-иҡ­тисад бүлеге вәкилдәре менән берлектә аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ килтерҙе. Эшҡыуар изге теләк­тәрен әйтеп, аҡсалата ярҙам да күрһәтте. Ғаилә иһә бәләгә тарыған кешеләр хаҡындағы хәстәрлеге, миһырбан­лылығы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Руслан Салауатов башҡа яҡташ­тарын да изге эшкә ҡушылырға, ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡырҙы. Ил-йортонан яҙып, күңеле кителгән кешеләргә күрһәтелгән иғтибар – йән дауаһы ул!


Вернуться назад