Бер көн ҡыҙым менән “Горное эхо” балалар лагерында ял иткән ейәнсәрем янына барҙыҡ.
Ағиҙел йылғаһы аша паром менән сығып, Көнгәк тауына ҡарай бер-ике саҡрым атларға кәрәк икән. Ейәнсәрем бик шатланып ҡаршы алды, лагерь буйлап экскурсия ла үткәрҙе. Ял йорто матур ерҙә урынлашҡан, ике ҙур бассейны бар. Ҡунаҡ булып килгән ата-әсә өсөн балалар сағыу тамаша әҙерләгәйне. Спорт уйындары, һабантуй ойошторҙолар. Төшкө аш ваҡыты еткәс, беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ.
Паромдың янына төшкәс, уның ҡыйралғанын, тросы өҙөлгәнен күрҙек. Борамсы: “Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына шылтыраттыҡ, ярҙам булыр”, – тине. Иллегә яҡын кеше, шул иҫәптән балалар, Ағиҙел ярында өс сәғәт торҙоҡ. Көн һалҡын, асыҡтырҙы, өшөттө... Ахыр сиктә, бер балыҡсынан бәләкәй резина кәмә һорап, ике ир халыҡты тейәп сығара башланы. Йылға ағымы көслө, ишкәк юҡ, етмәһә, төшөр өсөн ҙур трос аша атларға кәрәк. Бөтә белгән сүрәләремде уҡый-уҡый, ҡурҡыуымдан саҡ сығып еттем. Балалар лагерҙан ҡайтҡанда ошондай аяныслы хәл була күрмәһен.
Иң борсоғаны шул: ни өсөн бында кәмә лә, ҡотҡарыусылар ҙа юҡ һуң? Бының өсөн кем яуаплы икән? Кем хужа? Борамсымы? Паромда сығыу өсөн һәр кемдән йөҙәр һум аҡса йыялар, ә кәмә алырға хәлдәре етмәйме?