Бизмән ауыр тарта19.08.2014
Мәшәҡәтле лә, шатлыҡлы ла осор. Ырҙын табағына бушатылған гәрәбәләй бөртөктәрҙе күреп, арып-талыуҙар онотолғандай. Игенсе өсөн миҙгел буйы үҫтергәндең келәттәргә инеп ятыуы — ҙур бәхет.

Республика баҫыуҙарында урып йыйыу, парға һөрөү эше көнө-төнө бара. Ужым культураларын алып бөтмәҫтән элек үк комбайндар бойҙай, борсаҡ, арпа баҫыуҙарына төштө. Киләһе йыл уңышы өсөн пар ерҙәре эшкәртелә. Әле 300 мең гектарға яҡыны әҙер ҙә инде. Сәсеү өсөн барлығы 80 мең тонна орлоҡ талап ителә. Был үткән йылға ҡарағанда 20 мең тоннаға күберәк.
Һандар күрһәткесе көндән-көн тиҫтәләп арта: яңы ғына 300 мең гектарҙа иген урылғайны, әле килеп дүртенсе йөҙлөктө ваҡланыҡ. Барлығы 536 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған, гектарынан уртаса 15,7 центнер төшә.
Тәүге көндәрҙән үк Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Өфө, Дүртөйлө, Илеш, Мәләүез, Баҡалы, Күгәрсен райондары игенселәре һыр бирмәй.


Вернуться назад