“Тыныслыҡ тиҙерәк урынлашһын инде!”19.08.2014
Украина шаңдауы Йылайыр тарафтарына ла килеп етте. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Самат Такалов менән халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге етәксеһе Йәмил Бураншин Луганск ҡалаһынан күсеп килгән “беренсе ҡарлуғас” Эмма Легкобыттың ваҡытлыса йәшәү урынын барып ҡараны һәм уға шәхси эшҡыуарҙар, бағыусылар күрһәткән гуманитар ярҙамды – көндәлек хужалыҡ тауарҙарын – тапшырҙы.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында украин егетенә кейәүгә сығып, сит яҡтарға киткән Эмма Легкобыт (ҡыҙ фамилияһы – Кулеева) сығышы менән Йылайыр ауылынан. Бөгөн ул район үҙәгендә – тыуып үҫкән йортонда бер туған апаһы Валентина менән йәшәй.
– Ирем – 50 йыл заводта, үҙем аптекала эшләнем, – тип һөйләй Эмма Шакир ҡыҙы. – Ике улыбыҙ, бер ҡыҙыбыҙ бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларымдың икәүһен, бабайымды ерләргә тура килде. Кинйә улым ҡатыны һәм балалары менән Рубежное ҡалаһында (Луганскиҙан өс сәғәтлек юл) йәшәй. Атыш, шартлауҙар башланғас, Башҡортостанға китергә тип поезға өс тапҡыр билет алдым. Юҡ, китеп булмай инде. Йә юлды ябалар, йә тимер юлдарын шартлаталар. Һуңғы тапҡыр троллейбусҡа ултырып ҡуҙғалғас, артыбыҙҙа ғына ҡот осҡос тауыш ишетелде. Вокзал менән мәктәп яртылаш емерелде. Ярай әле троллейбусҡа эләкмәне, шулай ҙа тулҡыны барыбыҙҙы ла аяҡтан йыҡты. Еңелсә ауыртындым, тешем һынды. Машина менән дә, йәйәүләп тә ҡаланан сығып китеү мөмкин түгел ине, бөтә ерҙә – атыш, үлтереш... Әлбиттә, улым һәм уның ғаиләһе өсөн бик борсолам. Көн һайын һөйләшергә форсат юҡ, сөнки кәрәҙле бәйләнеш өҙөлдө, стационар телефондан сит илгә шылтыратыу ныҡ ҡиммәт. Етмәһә, апрелдән бирле пенсия алғаным юҡ.
Күп ауырлыҡтар кисерһә лә, күңел көрлөгөн һаҡлаған Эмма Шакир ҡыҙына – 76 йәш. Тыуған еренә йыл һайын ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөһә лә, ханым бында бөтөнләйгә күсенергә риза түгел.
– Украинала хәлдәр яйланһа, атыш тынһа, Луганскиға кире ҡайтам, – ти ул. – Йортобоҙ ғына имен ҡалһын. Ни генә тимә, өс бүлмәле фатирым, аҙмы-күпме йыйған донъябыҙ бар, ғүмерем шунда үтте. Ирем, балаларым унда ерләнгән... Тыныслыҡ ҡына тиҙерәк урынлашһын инде!
Район хакимиәте вәкилдәре Эмма Шакир ҡыҙына ярҙам вәғәҙә итеп хушлашты. Ни генә тимә, өйрәнгән, күнеккән ереңде ташлап китеү бер кемгә лә еңел түгел. Украина халҡына түҙемлек, илдәренә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, унда ҡайтыуҙарын, ғәҙәти тормош менән йәшәй башлауҙарын ғына теләйһе ҡала.



Вернуться назад