Муллаҡай еренең муллығына кинәнеп...19.08.2014
Муллаҡай еренең муллығына кинәнеп...
Ауылда йәшәүселәрҙең барыһы ла тиерлек бәрәңге, емеш-еләк үҫтерә, күптәр мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота. Ә бына, шаҡтай ғына килемле булһа ла, умартасылыҡ менән әүҙем һәм уңышлы шөғөлләнгәндәр күп түгел. “Бал ҡортоноң наҙы бар”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән шул. Татлы һәм файҙалы ризыҡ алыу өсөн йыл әйләнәһенә тиерлек тир түгеү аҙ әле, “нескәбилдәр”ҙе, ысынлап та, наҙ менән, күңел биреп, үҙ итеп ҡарарға кәрәк. Шунда ғына хеҙмәтең табыш килтерә, оло ҡыуаныс бирә...


Муллаҡай еренең муллығына кинәнеп...Муллаҡай ауылынан ирле-ҡатынлы Сәриә һәм Илфат Ялаловтар менән аралашыу нәҡ ошондай фекерҙәр уятты. Уларҙың умарталығы урынлашҡан аҡлан урманға терәлеп тора, алыҫтараҡ ылыҫлы тау үркәстәре күгәреп ята. Ҡыҫҡаһы, йырҙарҙа данланған матур­лыҡ тотошлайы менән күҙ алдында.
— Айыу ҙа барҙыр әле бында, — тине юлдаштарымдың береһе, хужалар менән танышып-күрешкәс.
— Бар, — тип яуапланы Илфат Ғәфүр улы һәм, ҡәҙимге хәлде һөйләгәндәй, өҫтәп ҡуйҙы:
— Ҡараңғы төшкәс, урман ситенән йөрөй, асыҡҡа сыҡҡаны юҡ.
— Ниңә икән?
— Үҙе генә белгән биләмәһе була айыуҙың, шунан ары китмәй, ситтәрҙе лә индермәй.
— Аҡыллы хайуан шул...
— Яҡын барып, бимазалап йә иҫ­кәрмәҫтән ҡамасаулап йөрөмәһәң, дуҫ­лыҡ боҙолмай...
“Урман хужаһы” хаҡындағы әңгәмәнән һуң, умартасылар ғаиләһе менән яҡындан танышабыҙ. Ялаловтар икеһе лә Муллаҡайҙа тыуып үҫкән. Урта мәктәптән һуң “ҡала кешеһенә” әйлән­гәндәр: ике тиҫтә йылдан ашыу Стәрлетамаҡта эшләгәндәр. Донъялар­ҙың үҙгәреүе тормоштарын икенсе яҡҡа борған – 1995 йылда тыуған яҡтарына ҡайтҡандар.
– Башҡалар кеүек нисек тә йәшәр инек әле, ауыл үҙенә нығыраҡ тартты, — ти улар. — Тик бында ла барыһы ла ал да гөл булманы: колхоз тарҡалды, күмәк эш бөттө. Ә тормош дауам итә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Һөҙөмтәлә үҙебеҙгә кәсеп таптыҡ: мал-тыуар үрсетергә, ҡыяр, помидор үҫтерергә тотондоҡ, умарталыҡта эш башланыҡ.
Ишле ғаиләлә биш ир-егет араһында үҫкән Илфат бар туғандары кеүек үк атаһы өлгөһөндә ҡортсолоҡ серҙәрен бала саҡтан үҙләштерә. Шуға ла башланғыста әллә ни ҡыйынлыҡ кисермәй Ялаловтар. Ир менән ҡатынға тыумыштан бирелгән тырышлыҡ та ярҙам итә. Иртә гүр эйәһе булған Ғариф ағайҙан мираҫҡа ҡалған бер нисә тиҫтә умартаны бөгөн улар йөҙҙән арттырған. Миҙгеленә тоннаға тиклем татлы ризыҡ етештергән, эшен күңел һалып башҡар­ған уңғандарҙың исеме бөгөн райондан ситтә лә билдәле.
Дан-шөһрәт артынан ҡыумай, ярат­ҡан шөғөлөн емешле итергә ынтылып эшләй улар. Ҡышҡы айҙарҙа умарта һәм рамдарҙы оҫтаханаһында үҙе әҙерләй Илфат. Йүкә ағасының сәскә атыуына ҡарап, ҡорттарын күсереп тә йөрөтә, 25 саҡрымда ятҡан Аҫҡын йылғаһы буйҙарына ла барып сыға. Умартасының быларҙан башҡа ла көндәлек мәшәҡәттәре бихисап. Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап йәшәгәс, бар эште еңел атҡара Ялаловтар. Иң ҙур ҡыуаныстары — хеҙмәттәренең һөҙөмтәле булыуы, табыш килтереүе.
– Баҙарға алып сығырға ҡалмай ҙа тиерлек, балыбыҙҙы күмәртәләп алып бөтәләр. Алыҫ Себерҙән, Омск һәм Новосибирск яҡтарынан да киләләр, — ти ғорурлыҡ менән Муллаҡай умартасылары.
Ялаловтарҙың крәҫтиән-фермер ху­жа­лығында ундан ашыу һыйыр һауыла, ике тиҫтә ярым быҙау һимертелә. Уңыш һиҙелерлек. Мәҫәлән, былтыр Мәскәүҙә үткәрелгән “Алтын көҙ-2013” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенең бронза миҙалына лайыҡ булыуҙары ла күпте һөйләй.






Вернуться назад