Ғәйеплеләр хөкөмгә тарттырыласаҡ26.01.2012
Мәскәүҙәге Домодедово аэропортындағы шартлауға бер йыл үтте. Был терактта 37 кеше һәләк булды, 173-ө төрлө тән йәрәхәттәре алғайны. Ошо көндәрҙә терактты ойошторған дүрт кешегә ғәйепләү ҡарары сығарылды.
Бомбаны 21 йәшлек Мөхәмәт Евлоев шартлатҡан. Уны әҙерләгән боевиктар лагеры былтыр мартта юҡ ителә. Террор акты “Имарат Кавказ” енәйәтсел төркөмө етәксеһе Доку Умаров етәкселегендәге 35 кеше ҡатнашлығында ойошторолған.


Вернуться назад