Ҡырымға – диңгеҙгә!16.08.2014
Республика Хөкүмәте һәм төбәктең Мәғариф министрлығы ярҙамында Башҡортостандан 300 етем Ҡырымға ял итергә юлланды. Делегация составында Өфөнөң Калинин районындағы 9-сы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә бар.

Алушта ҡалаһына юл тотҡан малай һәм ҡыҙҙарҙы оҙатырға “Өфө” аэропортына “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан буйынса “Балалар спорты” Бөтә Рәсәй проекты координаторы, кикбоксинг һәм хәрби оҫталыҡ буйынса 24 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин менән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй ислам университеты проректоры Мөрсәл хәҙрәт Әхмәтов килде.
Улар балаларға матур ял теләне, өлкәндәрҙе тыңларға, ә кескәйҙәргә ярҙам итергә, үҙҙәренең ысын патриот булыуын күрһәтергә кәңәш бирҙе. Бынан һуң “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Олимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Роднина исеменән үҫмерҙәргә футбол, баскетбол туптары, футболкалар, баш кейемдәре тапшырылды.



Вернуться назад