Июль аҙағында Стәрлетамаҡ ҡалаһына Украинанан 114 кеше күсеп килде. Уларҙың өстән бер өлөшө – балалар. Әле улар йәшәү һәм эш урындарын хәстәрләй. Билдәле: урындағы хакимиәт тә, халыҡ та бәләгә тарығандарға мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, күптән түгел ятаҡ-пансионатҡа ике тиҫтәнән ашыу эш биреүсе килде. Ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәге ҡасаҡтарҙың анкеталарын барланы, эш урындары тәҡдим итте.
— Вероника, ҡара әле, “Стәрлетамаҡ” ауыл хужалығы предприятиеһына механизатор кәрәк, эш хаҡы ла яҡшы. Бәлки, шунда барып ҡарарғалыр, — тип өмөтләндерә ҡатынын Алексей Турбин.
— Уйлап ҡарайыҡ һуң, Леша, — тип ризалаша хәләле.
Турбиндар ғаиләһе Мариуполдән килгән. “Килгән” тип әйтеүе генә инде. Үлем тырнағынан нисек ҡотолғандарын Хоҙай үҙе генә белә.
— Ике-өс йыл элек имеш-мимештәр ишетелә башлағас та, әллә фатирҙы һатып китәйекме, тип уйлағайныҡ. Эш хаҡы ла, ҡалала экологик хәл дә насар булды. Тик һаман да яҡшыға өмөтләнеп йәшәй бирҙек. Унан һуң, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, нисек инде йәшәп ятҡан йортоңдо ташлап сығып китәһең. Йортом – ҡәлғәм ине, – тип күҙ йәштәрен һөртә Вероника.
Әйткәндәй, Турбиндар өс балаға ғүмер бүләк иткән, кескәйҙәрҙең барыһы ла мәктәп йәшендә.
— Башҡортостанға килгәнебеҙгә һис үкенмәйбеҙ. Бер туғандай ҡаршы алдылар, бәләбеҙҙе үҙ ҡайғыһындай ҡабул иттеләр. Насип булһа, ошонда төпләнеп, иңгә-иң терәшеп ғүмер итергә ине, — тип өмөтләнә Турбиндар.
…Был көндө Турбиндар менән бер рәттән күптәр эш урыны тапты. Кемдер иретеп йәбештереүсе буласаҡ, икенселәр Стәрлетамаҡ урамдары буйлап троллейбус йөрөтәсәк. Иң мөһиме – улар иҫән һәм яңғыҙ түгел.