Яҙмыштары китапҡа торошло16.08.2014
Илеш районынан 30-ға яҡын осоусы сыҡҡаны билдәле. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы ҡаһарман яҡташыбыҙ Муса Ғайса улы Гәрәев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-гә яҡын осош яһап, дошманды тар-мар итеүҙә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.


Күптән түгел районыбыҙҙың төрлө учреждениеларында Өфө ҡалаһының граждандар авиацияһы ветерандары менән осрашыуҙар үтте. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “Ан-2” самолетының тәүге командиры, инструктор Николай Узиков, бортинженер-инспектор Анатолий Никонов бар ине. Ә Өфө халыҡ-ара аэропортының диспетчер хеҙмәте начальнигы Рифғәт Динисламов – М. Гә­рәевтең музейы алдында “Ан-2” самолетын урын­лаш­тырыуҙы ойоштороусыларҙың береһе. Әйткәндәй, Рифғәт Карам улы Түбәнге Йөннө ауылында тыуып үҫкән, Киев юғары авиация институтын тамамлаған. Хеҙмәт ветераны «Һауа транспорты отличнигы», «Аварияһыҙ осош» бил­дәләре менән бүләкләнгән.
Рәфит Ҡасим улы Шәмсетдинов иһә – Ҡәҙер ауылы егете, Ҡазан авиация институтын, Ырымбур юғары авиация училищеһын тамамлаған. Бөгөн – республика хәрби ко­миссариатының Саҡмағош, Илеш райондары буйынса бүлек хеҙмәткәре.
Бер туған Алик менән Радик Рахмановтар, Һарытауҙағы осоусылар әҙерләүсе хәрби училищены тамамлап, бе­лемдәрен артабан камиллаштыра. Афған һуғышында ҡат­нашып, хәрби наградаларға лайыҡ булалар.
Ғөмүмән, һәр яҡташыбыҙҙың тормош юлы айырым китапҡа торошло.



Вернуться назад