Бурыстар билдәләнде16.08.2014
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республиканың муниципаль райондарында һайлауҙы ойоштороусылар менән күсмә семинар-кәңәшмәләр үткәрә. Ошо көндәрҙә Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Саҡмағош районындағы һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.


Ул һайлауҙы ойоштороусыларға 14 сентябрҙәге кампания һәм ҡануниәттәге быйыл ҡулланылған яңылыҡтар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ республика Президентын ваҡытынан алда һайлауға әҙерләнеү осоронда комиссиялар алдында торған бурыстарҙы бәйән итте. Хәйҙәр Вәлиевтең сығышында муниципаль берәмек­тәрҙәге вәкиллекле органдар депутаттарын һайлауға етди баҫым яһалды. Участка һайлау комиссияларына муниципаль һайлауҙа ваҡытынан алда тауыш биреүҙе ойоштороу бурысы йөкмәтелә.
Семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн Саҡмағош үҙәк биләмә-ара китапханаһы “Һайлауҙы ҡаршылап” күргәҙмәһен әҙерләгән. Мәҙәниәт йортонда һайлауға бәйле норматив-хоҡуҡ акттары, берлектә үткәрелгән саралар тураһындағы фотоматериалдар ҙа ҡуйылғайны.





Вернуться назад