“Минең ниндәй кәбеҫтә үҫтергәнемде күрһәгеҙ...”16.08.2014
“Минең ниндәй кәбеҫтә үҫтергәнемде күрһәгеҙ...”
йәки Ни өсөн Рим императоры властан ваз кискән?

Тормошоң нимәнән ғибәрәт, унан нимә көтәһең һәм үҙең был донъяла ниндәй роль үтәйһең – былар хаҡында Яңы йыл алдынан уйланмай, тағы ҡасан уйланаһың инде. Журналист Сара Бан Бреатнах та 1991 йылдың 31 декабрендә “Вашингтон Пост” журналында донъя күргән мәҡәләһендә ошо юҫыҡтағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша. Ҡәләм оҫтаһы уҙған быуаттың 90-сы йылдарында киң тарала башлаған күренеш – дауншифтинг – тураһында яҙа.


Ысын теләктәреңә таян

“Минең ниндәй кәбеҫтә үҫтергәнемде күрһәгеҙ...”Бөгөн төрлө бәхәстәр тыуҙырған күренеш хаҡында беренселәрҙән булып тап ул һүҙ ҡуҙ­ғата. Үҙенең мәҡәләһендә автор ике әхирәттең осрашыуын һүрәтләй. Береһенең “Хәлдәр ни­сек?” тигән һорауына икенсеһе: “Барыһы ла яҡ­шы ғына, эшем ҡыҙыҡ, әммә мин уға үҙемде тулыһынса “йоторға” ирек бирмәйем. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр ирекмән булып эшләп алам, күп уҡыйым, тағы ла хикәйә яҙам. Уны баҫ­мая­саҡтар, әлбиттә, әммә миңә барыбер оҡшай”, – тигән. Артабан журналист карьера баҫҡысынан үргә ынтылыуыбыҙҙың, уңышлы тормош артынан ҡыуыуыбыҙҙың ни тиклем үҙебеҙҙең ысын теләктәргә, ихтыяжға тап килеү-килмәүе тураһында фекер йөрөтә. Һөнәрҙе, эште, йә­шәү рәүешен үҙебеҙ һайлайбыҙмы?! Әлбиттә, үҙебеҙ, әммә ниндәйҙер аҙым яһағанда, ҡайҙа­лыр ынтылғанда беҙҙе нимә әйҙәй? Бы­лар араһында үҙ теләктәребеҙ, уй-маҡсат­та­рыбыҙ ниндәй урын биләй? Шулай итеп: “Аңлы рә­үештә тормош темпын бер аҙ кәметергә тигән ҡарарға килдем”, – тип яҙа журналист.
Әммә ҡасандыр Сара Бреатнах тасуир ит­кән күренешкә бөгөн башҡа төрлө мәғәнә һа­лына башланы. Яҙыусы бер ҙә үҙ карьераңа һәм етеш тормошоңа зыян итеп, Рим императоры Диоклетиан кеүек ауылға ҡайтып кәбеҫтә үҫтерергә өндәмәй. Һүҙ ялған байлыҡ артынан ҡыумай, тормош ритмын бер аҙға кәметеү һәм йәшәйешегеҙҙе үҙегеҙ өсөн мөһим булған нә­мәләр менән тулыландырыу кәрәклеге хаҡын­да бара. Мәҡәлә авторы фекеренсә, даун­шифтинг йәмғиәт көсләп таҡҡан йүнәлештәр буйынса түгел, ә үҙеңдең ысын теләктәреңә таянып йә­шәргә саҡыра.
Бынан тыш, әлеге күренеш замана уңайлыҡ­тары (күсемһеҙ милек, машина һ.б.) менән файҙаланыуҙан баш тартыуҙы күҙ уңында тотмай. Әгәр ҙә бындай цивилизация эшләнмә­ләре мода артынан ҡыуыу маҡсатында ҡул­ланылмай, ә ысынлап та кәрәк икән, уңай­лыҡты һанға һуҡмау хилаф булыр. Кешеләр үҙҙәренең ысын ихтыяжын аңлай башлай икән, уларҙың тормош киңлеге иркенерәк тә, яба­йыраҡ та була.

Буш ваҡытыңды юғалтма

Дауншифтерҙар аңлы рәүештә карьера буйынса үрләргә тырышмай, сөнки улар үҙҙә­ре­нең буш ваҡытын юғалтҡыһы килмәй. Ки­лә­сәктә хыялдарыбыҙҙы, пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн тап бөгөн һәм ошо ваҡытта аҡса эшләйбеҙ, тигән ҡанун менән йәшәгәндә, юғалтҡан ваҡыттың күпкә ҡиммә­терәк, ҡәҙерлерәк булыуын аңлап етмәйбеҙ. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, кәрәкле сумманы бер ҡасан да эшләп һәм йыйып булмаясаҡ. Тормошта бөтәһе лә булыуы мөм­кин: банк ябылыуы ла, сираттағы көрсөк ваҡытында аҡсаларҙың юҡҡа сығыуы ла, ҡапыл ғына вафат булыуың да бар. Шуға күрә тир түгеп эшләгән аҡсаһын киләсәктәге бәхет өсөн һалып ҡуймай, бөгөн булған нәмәләргә шатланып йәшәргә теләгән айырым кешеләргә тейешле баһа ла бирергә кәрәк.
Йәшәү сифатын яҡшыртырға теләү кешенең тәбиғи ынтылыштарының береһе булып тора, тиеүселәр хаҡ. Әммә, статистикаға ярашлы, бөгөн үлем осраҡтарының 40 процентына эштәге көндәлек стрестар сәбәпсе. Нәҡ юғары эш хаҡы түләнгән эш урыны арҡаһында йоҡоһоҙлоҡ, даими стресс, эмоциональ яҡтан “һүнеү” кеүек күңелһеҙ күре­нештәр барлыҡҡа килә. Шуға күрә бөгөн психологтар һәм ҙур компания етәксе­ләре стресс-менеджмент әҙерләү мәсь­әләһе буйынса ет­ди эш алып ба­ра. “Аҡ яғалылар” был бәләгә ҡаршы үҙаллы көрәшә: кистәрен йога һәм фитнес менән шө­ғөл­ләнә, отпуск ваҡы­тында экзотик илдәргә юллана, ә эш урынында йыш ҡына ял итә, сәйләп ала. Ҡалыпҡа һалынған йә­шәү рәүешен үҙгәртеү йәһә­тенән ҡәтғи алымдар ҙа бар – улар араһында бөгөн модала булған дауншифтинг та иҫәпләнә.
Рәсәйҙәге беренсе дауншифтерҙар бер­ләш­мәһенә нигеҙ һалған Александр Соколов иҫәпләүенсә, “дауншифтингтың төп асылы – үҙ-үҙеңә, теләктәреңә, хыялдарыңа ҡайтыу. Һәм был ҡайтыу юғары килемдән, карьеранан баш тартыу, ауыл еренә күсеү, “Гринпис” сафына инеү менән үрелеп барырға мөмкин... Әммә улай булмауы ла ихтимал. Дауншифтер, тәү сиратта, йәмғиәт йәки кемдер тарафынан көсләп тағылған, күңелгә ятмаған сит маҡ­саттарҙан баш тарта”. Инглиз телендә был һүҙ “ябай тормош”, “үҙ теләгең менән ябайлыҡты һайлау” төшөнсәләренең, йәғни матди һәм рухи ихтыяждың үҙ-ара гармониялы үрелеп барыуына нигеҙләнгән йәшәү стиленең синонимы булараҡ ҡулланыла.

Яҙмышыңа хужа бул

Бер Австралия институты үткәргән тикше­ренеүҙәргә ярашлы, 2002 йылда был илдә йәшәгән 30 – 59 йәштәге граж­дан­дарҙың 23 проценты даун­­­шиф­тер юлын һайла­ған. Социаль баҫҡыс буйлап аҫҡа тө­шөү юл­­­да­рының иң тарал­ғандары араһында – эш сәғәтен ҡыҫ­ҡартыу (29%), әҙ ки­лем кил­тер­гән эшкә кү­сеү (23%), эшләүҙән бө­төнләй баш тартыу (19%), эшмәкәрлек өлкәһен алмаштырыу (19%). Тормошто үҙгәртеү сә­бәп­тәре араһынан респонденттар, тәү сиратта, ғаиләгә ваҡыт етмәүҙе атаған (35%), артабан һаулыҡты нығытыу, сәләмәт тормош алып барыуҙы әүҙемләштереү (23%), шәхси ҡәнә­ғәтлек тойғоһо кисереү (16%), тыныс, гармониялы тормош менән йәшәү (16%) һәм тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлыраҡ булыу (12%) килә.
Тикшеренеүҙә ҡатнашыусыларҙың фекере­нә таянып, ғалимдар түбәндәге һығымтаға килгән: йәшәү рәүешен ҡәтғи үҙгәртеү ниәте гармониялы тормошҡа ынтылыуҙан, шәхси маҡсаттарыңдың башҡарған эшеңә тап килмә­үенән, башҡа төрлө һәләттәреңде асырға, үҫтерергә теләүҙән, һаулыҡ насарайыуҙан тыуа. Юғары эш хаҡы түләнгән урындан кит­кәндән һуң кешеләр, әлбиттә, сығымдарын кәме­теү тураһында уйлана башлай, әммә респонденттар билдәләүенсә, улар аҡса тура­һын­да әҙерәк уйлап, дуҫтарына, туғандарына күбе­рәк ваҡыт бүлә, спорт менән әүҙемерәк шөғөлләнә башлай. Әлбиттә, йәмғиәттең, хатта таныштарыңдың быға ҡарашы төрлөсә булыуы мөмкин. Күптәр, социаль статустың үҙгәреүе кешеләрҙең уларға ҡарата ысын мөнәсәбәтен асыҡларға ярҙам итә, тип билдәләй.
Белгестәр иҫәпләүенсә, әлеге күренештең милли үҙенсәлектәре лә бар. Мәҫәлән, Англия халҡына хас дауншифтинг экологияға бәйле, Австралияла торлаҡты һәм йәшәгән урынды алмаштырыуҙы хуп күрәләр, ә инде Рәсәй дауншифтерҙары Көнсығышҡа һәм Азияға күсеүгә өҫтөнлөк бирә. Сценарийҙар төрлө булыуы мөмкин: тыуған яҡтағы торлаҡты ҡур­тымға биреп, шул аҡсаға “ғүмерлек ял” алырға, йә булмаһа ваҡытлыса эш, ситтән тороп эшләй торған шөғөл табырға була, ҡайһы берәүҙәр яңы урында үҙенең эшен асып ебәрә.
Тарихта бындай миҫалдар байтаҡ: Гоген, Диоклетиан, Джером Селинджер. Һуңғыһы 1965 йылда йәмғиәттән айырымланып, аҙаҡҡы көндәренә тиклем тик үҙе өсөн генә яҙған...
Һәр кем үҙ яҙмышына үҙе хужа. Нисек кенә булмаһын, кеше үҙенең асылына тоғро ҡалып, күңеле теләгән, хатта талап иткән шөғөлө менән мәшғүл булғанда ғына, йән тыныслығы табалыр ул. Был гармонияның ғаиләлә, эштә йәки башҡа төрлө эшмәкәрлек өлкәһендә табылыуы әҙәми заттың тормоштағы тәғәйенлә-неше, уның асылы, үҫеш кимәле һәм башҡа факторҙарҙан тора. Иң мөһиме – донъянан ваз кисмәй, тормошоңдан, башҡарған эшеңдән, үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булып йәшәү.


Вернуться назад