Матур үтһен ялығыҙ16.08.2014
Дауншифтинг – “үҙең өсөн йәшәү”, “күңелеңә ятмаған, сит-ят тарафынан тағылған маҡсаттарҙан баш тартыу” кеүек тормош фәлсәфәһен аңлатҡан термин. Инглиз теленән ниндәйҙер процесты яйлатыу мәғәнәһендә тәржемә ителә. Был идеология XX быуат аҙағында Көнбайыш илдәрендә тарала, аҙаҡ ул Рәсәйгә лә килеп инә. Үҙен дауншифтер тип иҫәпләгәндәр йәмғиәт менән пропагандаланған бай тормошҡа ынтылыуҙан туҡтай, үҙе йәки ғаиләһе өсөн йәшәүҙе өҫтөн күрә. Мәҫәлән, Рим императоры Диоклетиан властан китеп, бөтөнләйгә поместьеһына ҡайтып китә. Уны кире власҡа килергә ни тиклем генә өгөтләмәһендәр, элекке император риза булмай, өҫтәүенә: “Минең ниндәй кәбеҫтә үҫтергәнемде күрһәгеҙ, башымды буш нәмә менән ҡатырмаҫ инегеҙ”, – тигән. Шулай уҡ боронғо грек философы Диогендың мискә эсендә йәшәүе лә был күренешкә бер миҫал булып тора.
Үҙеңде ысын дауншифтер тип иҫәпләр өсөн түбәндәгеләрҙе үтәргә кәрәк:
u Билдәле бер бейеклектәргә өлгәшеү. Юғары килем, ҙур вазифа йәки йәмғиәттәге статус. Юғиһә “дауншифтинг” терминын һеҙгә ҡарата ҡулланып булмаясаҡ. “Аҫҡа төшөү“ өсөн тәүҙә өҫкәрәк менергә кәрәк бит.
uЭске тауышыңды иғтибар менән тыңлау. Ысын теләктәреңде, маҡсаттарыңды асыҡлар өсөн үҙеңде аңлау мөһим. Икенсе төрлө әйткәндә, бәхетле тормоштоң һинеңсә ниндәй булырға тейешлеген аныҡларға кәрәк.
u Элекке тормошоңдан баш тартыу буйынса ентекле план төҙөү. Хыялыңды тормошҡа ашырырға һәм әҙме-күпме аҡса табырға мөмкинлек биргән шөғөлөңдө билдәләү, үҙеңә һәм яҡындарыңа күберәк ваҡыт бүлергә тырышыу.
u Ынтылыштарыңдың ысын булыуына инаныу. Күптәр асыуы ҡабарғанда йәки ныҡ арыған мәлендә, ниһайәт, тыныслыҡ табыр өсөн бөтә нәмәнән ваз кисеп, тормошон төптән үҙгәртә. Был осраҡта бындай үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт булмауҙары ла бар.
uҮҙ-үҙеңә ышаныу һәм билдәһеҙлек алдында ҡурҡмау. Күп кеше яратмаған һәм ҡыҙыҡ булмаған эш менән мәшғүл, байтаҡтары үҙ эшен асырға теләр ине. Ләкин уларҙың барыһына ла үҙ көсөнә ышаныс етмәй, йәнә аҡсаһыҙлыҡтан ҡурҡалар. Билдәһеҙлек һәр ваҡыт шом һала, әммә шөғөлөн үҙ итмәгәндәр бәхетле кешегә оҡшағанмы? Һәр кем, әгәр уның бөтә нәмәһен тартып алып, экстремаль шарттарға ҡуйһаң, үҙенең байтаҡ эш башҡара алыуын асыҡлаясаҡ. Шулай итеп, үҙ көсөңә ышанысты нығытыу өсөн түбәндәге күнекмәне эшләп ҡарағыҙ: ҡәләм менән ҡағыҙ алып, эштән ҡыуылыуығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Башҡаса бындай һәм быға оҡшаш ергә урынлаша алмайһығыҙ, имеш. Ышандығыҙмы? Хәҙер үҙегеҙ башҡара алған һәм шул уҡ ваҡытта аҙ булһа ла аҡса килтергән шөғөлдәр исемлеген төҙөгөҙ. Мәҫәлән: аш-һыу бешерә алам, йорт эсен йыйыштырам, балаларҙы йәки оло йәштәгеләрҙе ҡарарға һәләтем бар, бесән сабам, профессиональ массаж эшләй беләм, заказ буйынса һүрәт төшөрәм, интерьер, ландшафт дизайны менән ҡыҙыҡһынам, һатыусы була алам, музыка яҙам, йырлайым, төрлө музыка ҡоралдарында уйнайым һәм башҡалар. Исемлектәге һәр пунктҡа үҙеңдең яңы асыштарыңды, алымдарыңды өҫтәргә мөмкин. Һиңә ысынында нимә кәрәклеген асыҡлау ғына мөһим.