Һунарсыларға — яңы билеттар26.01.2012
Һунарсылар өсөн берҙәм федераль өлгөләге билеттарға күсеү мөһим ваҡиға булды. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан ике миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта төбәк буйынса һигеҙ меңдән ашыу һунарсы билеты тапшырылған, улар тураһында мәғлүмәт дәүләт реестрына индерелгән.
Был төбәктәрҙәге һунарсыларҙың аныҡ иҫәбен алырға мөмкинлек бирәсәк. Билеттар бушлай бирелә. Иҫкеләре быйылғы йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.