Егеттең көсө етһә15.08.2014
– Өфөлә эшләп йөрөйөм, ошо көндәрҙә өйләнергә йыйынам. Никахты баш ҡалала ла, ауылда ла үткәрергә ине: тәүгеһенең иман йорттарында танытма бирәләр, ә тыуған ерҙә туғандарҙы саҡырыу мөмкинлеге бар. Шулай эшләргә яраймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?


Рөстәм ЙӘРМӨХӘМӘТОВ.

Шишмә районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Рөстәм ҡәрҙәш­тең һорауына ал­дан уҡ яуап биреп китәйем. Никах­ты улай ҡабат­лап үт­кәреүҙең зарары юҡ. Тик егеткә ауыр булып китмәһә ярай ҙа: әйтәйек, мәһәрҙе ике ерҙә лә тү­ләргә кәрәк була­саҡ бит. Йоланы ҡалала ла, ауыл­да ла тулыһынса үтәү зарур. Өҫтән-мөҫтән, күргәҙмә өсөн генә уҙғарыуҙың бәрәкәте булмаҫ. Ике ерҙә лә ата-әсә, шаһиттар мотлаҡ ҡатнашырға тейеш.
Аллаһ Тәғәлә ике енес вәкиле араһына һөйөү һалған. Был мөхәббәт әҙәм балаларына ғына түгел, ә барлыҡ тереклеккә хас. Яҙ көньяҡтан әйләнеп ҡайтҡан ҡоштарҙы күҙ алдына килтерәйек: бала сығарыу, уны үҫтереү өсөн нисәмә саҡрым ер үтә был йән эйәләре! Һөйөү хисе, тормошто дауам итеү ниәте йөрөтә уларҙы.
Әҙәм балаларына иһә Раббыбыҙ никах ҡанунын ҡуйған. Исламда был төшөнсә ҙур урынды алып тора. “Никах – сөннәтем, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Унһыҙ йәшәгәндәр минең юлдан ситкә киткән була”.
Ғөмүмән, никах мәңгелеккә уҡыла. Уның алдынан, ата-әсә үҙ-ара осрашып, та­ны­шырға, кәңәшләшергә тейеш.
Никах уҡылғас, иң тәүҙә ҡыҙҙан: “Аллаһ Тәғәләнең “Ҡөрьән Кәрим”дәге бойороғо буйынса, Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтенә яраш­лы кейәүгә риза булып барҙыңмы?” – тип һорала. Һөйләмдәге ҡылым ошолай үткән заман формаһында булырға тейеш, ғәрәп телендә лә шулай. Ҡыҙ иһә: “Риза булып барҙым”, – тип яуаплай. Унан егеткә мө­рәжәғәт ителә. Йәштәрҙең риза булып ҡа­уышыуы мөһим, мәжбүр итеп өйләндереү Ислам ҡанунына тап килмәй.
Никахта мәһәр (егет тарафынан ҡыҙға бүләк) һалына. “Тимер йөҙөк булһа ла би­регеҙ”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, мәһәр мотлаҡ булырға тейеш. Ул ҡатындың тотонолмай торған мөлкәте булып һанала, туйҙы уҙғарыу өсөн дә файҙаланылырға тейеш түгел.
Элек ҡыҙҙы үҫтергән өсөн ата-әсәгә ҡалым да бирелгән. Ул күпселек осраҡта маллата түләнгән. Атайым мәрхүмдең һөйләүенсә, ҡыҙҙың атаһына – төлкө, әсә­һенә баса тун да бүләк иткәндәр.
Ғөмүмән, элек кәләш алыу бик ҡатмарлы булған. Ғәрәп илдәрендә әле лә шулай. Беҙҙә иһә хәҙер өйләнеү еңелгә әйләнде. Шуға күрәлер ҙә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡатын-ҡыҙға иғтибар ҙа аҙайып китте, ғаи­ләләрҙең тарҡалыуы ғәҙәти күренеш кеүек. Бар нәмә арзанға әйләнә бара һымаҡ.
Ғаилә – дәүләттең ышаныслы терәге. Ул ныҡлы итеп ҡоролһон, нигеҙе ҡотло булһын, иншаллаһ. Бер-беребеҙҙе аңлап, күтәреп, иғтибар-ихтирамда, ҡәҙер-хөр­мәт­тә йәшәргә, ошо күркәм сифаттарҙы ба­лаларыбыҙ күңеленә һалырға яҙһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад