Бөртөкләп йыйылған Йәдкәр15.08.2014
В
ваба и., ғәр. – йоғошло үләт ауырыуы; холера; тағун
вабал и., ғәр. – бәлә, ҡаза, ауырлыҡ
важиб и., ғәр. – бурыс
вазих с., ғәр. – асыҡ, билдәле
ваҡыф и., ғәр. – 1. туҡталыш; 2. мохтаждар файҙаһына васыят ителгән мөлкәт
валид и., ғәр. – атай
валидә и., ғәр. – әсәй
вәғиз и., ғәр. – вәғәз һөйләүсе, өгөтсө
вәғәз и., ғәр. – әҙәп-тәртипкә өйрәтеп һөйләгән һүҙ; өгөт-нә­сихәт
вәссәләм хәб. функ. – бөттө
вәхи и., ғәр. – күндерелгән фе­кер (Аллаһ тарафынан пәй­ғәмбәрҙең күңеленә һа­лын­ған уй)
вәһә и., ғәр. – сүлдәге һыулы, йәшеллекле урын

Ҡыҫҡартмалар:
ғәр. – ғәрәп теленән; фарс. – фарсы теленән; ур. – урыҫ теленән; фр. – француз те­ленән; лат. – латин теленән; фарс.-ғәр. – фарсы һәм ғәрәп телдәренән; нем. – немец те­ленән; ингл. – инглиз теленән
и. – исем; с. – сифат, ҡ. – ҡылым; к. – киҫәксә; күпл. – күплек формаһы; хәб. функ. – хәбәр функцияһында; инш. – инеш һүҙ; р. – рәүеш; т. – теркәүес.

(Әкрәм Бейешевтең “Башҡорт телендә йөрөгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре” тигән китабынан).



Вернуться назад