15 сентябргә тиклем Өфөлә иң күркәм шәхси йортто, яҡшы ихатаны һәм урамды билдәләү буйынса смотр-конкурс ойошторола.
Тәүге номинацияла еңеү өсөн милекселәр үҙҙәре йәшәгән өйҙө үҙенсәлекле итеп биҙәргә, тәртипкә килтерергә, урам атамаһы, йорт һаны сағылған алтаҡталар ҡуйырға тейеш. “Иң яҡшы ихата”ла иһә биләмәнең төҙөклөгө, газондар, ҡоймалар, ағас, ҡыуаҡ, сәскәләр менән биҙәлеше баһалана. Бәйгенең өсөнсө номинацияһында ҡатнашыу өсөн шәхси секторҙағы бер урамда йәшәгән кешеләр ғариза бирә ала.
Документтарҙы Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығына (Ибраһимов бульвары, 84) 15 сентябрҙән дә һуңға ҡалмайынса тапшырыу шарт.