Кеше яҡшы йәшәү мөмкинлеген биргән лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле күптәр «осон-осҡа ялғап» көн күрә. Ҡайһы берәүҙәр хатта минималь йәшәү кимәленән дә аҙыраҡ аҡса ала, тип әйтелде кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә. Уны республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
– Иҡтисади үҫештең әкренәйеүе, ҡайһы бер тармаҡтарҙа етештереүҙең кәмеүе, Рәсәйгә ҡарата төрлө санкциялар республиканың иҡтисади торошона, халыҡтың килеменә йоғонто яһамай ҡалмай, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге ярты йыллыҡта реаль эш хаҡы артманы. Ул 23,5 мең һум тәшкил итһә лә, инфляцияны иҫәпкә алғанда, күрһәткестең бер йыл элекке кимәлдә икәнлеген күрербеҙ. Бөгөн атҡараһы эштәр, хеҙмәт хаҡын күтәреү буйынса план сараларын асыҡларға тейешбеҙ.
Республика буйынса күрһәткестәрҙең түбән булыуына ауыл халҡы алған эш хаҡы ла йоғонто яһай. Был – Башҡортостандағы халыҡтың 40 проценты тигән һүҙ. Улар алған хеҙмәт хаҡы ҡаланыҡыларҙан ике тапҡырға тиерлек аҙ. Кәңәшмәлә был хәлдән сығыу өсөн аграр тармаҡтың етештереүсәнлеген арттырыу, заманса технологияларҙы файҙаланып, табышлы эшләү мөһимлеге билдәләнде.
Башҡа тармаҡтарға килгәндә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә көс түккәндәрҙең хеҙмәт хаҡы ике тапҡырға артҡан. Иҡтисадта был һан 22,5 мең һум тәшкил иткән. Әммә ул республикалағы уртаса күрһәткестән алты процентҡа кәмерәк. Шулай уҡ төҙөлөштә, сауҙала үҫеш тиҙлеге һүлпән. Быға эш хаҡының «конверт»та бирелеүе лә сәбәпселер, тип әйтелде кәңәшмәлә. Иҡтисадты һөҙөмтәле файҙаланмау, предприятиеларҙы аңлы рәүештә көрсөккә еткереү кеүек осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Өфө, Краснокама райондарында, Өфө, Салауат ҡалаларында хеҙмәт хаҡының республикалағы уртаса күрһәткестән юғарыраҡ, ә Баймаҡ, Бөрйән райондарында, киреһенсә, кәмерәк булыуы хаҡында белдерҙе. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавриндың сығышы иһә эш хаҡы кимәлен күтәреү буйынса саралар планына бәйле булды.
– Хеҙмәт хаҡы өлкәһендә тейешле тәртип булдырмайынса, алға китеүе бик ауыр буласаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы.