Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, пассажирҙарҙың именлеге, бер-береңә ихтирам һәм иғтибар, яуаплылыҡ хаҡында күпме генә һөйләһәк тә, мәсьәлә һаман да көн үҙәгендә ҡала. Бер генә миѕал: быйыл ярты йыл эсендә Рәсәйҙә 83 мең юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 11 мең кеше һәләк булған, 106 меңе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Иң аяныслыһы шул: бәлә-ҡаза кәмемәй, киреһенсә, йылдан-йыл арта ғына.
Көнүҙәк проблема транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте ҡарамағындағы территориаль идаралыҡтарҙың Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә лә ҡаралды. Белгестәр тәүге ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаны, юлдағы тәртипһеҙлектәрҙе кәметеү ысулдарын барланы, водителдәр һәм йәйәүлеләр менән эшләү алымдарын өйрәнде.
Сара башында Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, юл-транспорт тармағындағы проблемаларға туҡталды.
– Үткән аҙнала ғына республика юлдарында 23 кеше һәләк булды. Ҡот осҡос күренеш, – тип борсолоуын белдерҙе Рөстәм Зәки улы. – Пассажирҙарҙы ташыу ҙа етди күҙәтеү талап итә. Вайымһыҙлыҡ ҙур фажиғәләргә килтерә. Мәғлүм булыуынса, быйыл, мәѕәлән, мартта автобус менән законһыҙ идара иткән бер әҙәм һигеҙ кешене харап итте.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, контролдә тотоу-күҙәтеү хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген арттырырға кәрәк. Юлдарҙа пассажирҙарҙы лицензияһыҙ ташыған водителдәр күп. Улар арҡаһында республика йыл һайын миллиондарса һум аҡса юғалта.
– Баш ҡала юлдарында ҙур һыйҙырышлы автобустар йөрөтөү мәсьәләһен өйрәнәбеҙ. Бындай техникаға конкурс иғлан ителгән дә инде, – тине Рөстәм Хәмитов.
Әйткәндәй, республиканың транспорт өлкәһендәге эшмәкәрлеген «Рәсәй транспорт күҙәтеү» идаралығы етәксеһе Александр Касьянов юғары баһаланы.
– Кәңәшмәне Башҡортостан ерендә ойоштороуыбыҙ юҡҡа түгел. Төбәктә ыңғай тәжрибә тупланған, – тине ул. – Контроль булған ерҙә, закондар ҙа үтәлә. Кире осраҡта, икенсе берәү үҙ ҡанундарын урынлаштыра башлай. Һеҙҙәге кеүек берҙәм команда туплау – һөҙөмтәлелектә төп шарт.